Трансляция көнө буйына дауам итә. Иртән студияла Башҡортостан юлдаш телевидениеһына нигеҙ һалыусылар менән осрашыу көтә. Тура эфирҙа холдингтың элекке етәкселәре менән һөйләшеү ҙә ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
Шулай уҡ телемарафонда республиканың билдәле шәхестәре, Башҡортостан телевидениеһы ветерандары ҡатнаша. Телеканал хеҙмәткәрҙәрен илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә эшләгән коллегалары ла ҡотлай.
Тамашасыларҙың телеканалдың барлыҡҡа килеү тарихы менән танышыуҙан тыш, иҫтәлекле бүләктәр отоу мөмкинлеге бар. Башҡортостан юлдаш телеканалының үҙенсәлекле продукцияһы, шулай уҡ өс телевизор уйнатыла.
Башҡортостан юлдаш телеканалының 20 йыллығына арналған телемарафондың тура трансляцияһын телеканал эфирында һәм Бәйләнештә социаль селтәрендә ҡарағыҙ.