Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Ноябрь 2021, 23:34

Асаевтар ғаиләһе ауыр ҡайғы кисерә...

"Динәне лә күреп өлгөрмәнең бит...”  

Асаевтар ғаиләһе ауыр ҡайғы кисерә...
Асаевтар ғаиләһе ауыр ҡайғы кисерә...

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Асаевтың атаһы вафат. Был хаҡта йырсының әйткән һүҙҙәренә таянып, “Интертат” баҫмаһы хәбәр итте.

Рөстәм Асаевтың атаһы дауаханала ятҡан. Яҡынының хәле ауыр булыуын белеп, Рөстәм ашығыс рәүештә Башҡортостанға ҡайтҡан булған.

Был хаҡта Инстаграмдағы сәхифәһендә Гөлназ Асаева ла яҙҙы. “Ҡартатай, нишләп шулай иртә? Динәне лә күреп өлгөрмәнең бит...” – тип яҙҙы йырсы. Уға бик күп кешеләр йыуатыу һүҙҙәрен еткерҙе, күптәр “Мәжит абый мәрхәмәтле, алсаҡ кеше, изге күңелле хәҙрәт ине”, тип Гөлназдың ҡартатаһы хаҡында яҡшы һүҙҙәр яҙҙы.

Рөстәм Асаевтың, ҡыҙы Гөлназдың һәм барлыҡ яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Фото: Инстаграм.

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: