Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Октябрь 2021, 14:00

Был һүҙҙәрҙе берүк әйтеп ҡуйма!

Бирелгән исемлекте иҫегеҙҙә тотһағыҙ, һеҙҙең балаларығыҙҙан да шәп кеше булмаҫ.Тулыһынса: 

Был һүҙҙәрҙе берүк әйтеп ҡуйма!
Был һүҙҙәрҙе берүк әйтеп ҡуйма!

Балаларҙы “эшкинмәгән”,  “йыбытҡы” тип әрләгән атай-әсәйҙәр бар арабыҙҙа. Белгестәр бындай һүҙҙәрҙе әйтеүҙән ҡырҡа тыя.

Һәр кемгә “йүнһеҙ”, “аңра” тигәнерәк һүҙҙәргә ҡарағанда “булдырғанһың бит” , “афарин”  кеүегерәктәрен ишетеү күңеллерәктер ул. Бирелгән исемлекте иҫегеҙҙә тотһағыҙ, һеҙҙең балаларығыҙҙан да шәп кеше булмаҫ.

Әйтергә ярамаған 10 һүҙбәйләнеш:

  • мең тапҡыр әйттем бит инде һиңә;
  • күпме ҡабатларға мөмкин;
  • нимә уйлайһың һин;
  • шуны хәтерләү ҡыйынмы ни һиңә;
  • күрмәйһеңме ни шуны;
  • һин шундай иғтибарһыҙ;
  • бөтә кешеләр ҙә шулай, ә һин...
  • һин ниңә мине тыңламайһың;
  • атайыңа (әсәйеңә) оҡшаһаң;
  • шуны ла аңламайһыңмы ни.

Әйтелергә тейешле 10 һүҙбәйләнеш:

  • һин бик аҡыллыһың;
  • һин бик матурһың (ҡыҙҙарға), бытырһың (малайҙарға)
  • һинең менән миңә рәхәт һәм еңел;
  • һин мине һәр саҡ дөрөҫ аңлайһың;
  • минең һинән дә яҡын кешем юҡ;
  • мин һиңә генә ышана алам;
  • һин миңә кәңәш бир әле;
  • мин бер ваҡытта ла һинең һымаҡ эшләй алмаҫ инем;
  • һин маладисһың;
  • рәхмәт, балаҡайым.
Автор:Венер Исхаков
https://shonkar.com/articles/bizm-ng-alyp/2021-10-25/byl-r-e-ber-k-ytep-uyma-2560046?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: