Даирә
+22 °С
Облачно
Төрлөһөнән
22 Октября 2021, 09:37

Бәхил бул, полковник, депутат, яҡшы дуҫ ...

Халыҡ мәнфәғәттәрен, айырыуса утлы нөктәләрҙән ҡайтҡан хәрбиҙәрҙең мәсьәләләрен хәл итеүҙә бөтә күңелен һалып эшләгән бик ябай, кеселекле кеше булды. Уға 56 йәш ине...Тулы текст сайтта: 

Бәхил бул, полковник, депутат, яҡшы дуҫ ...Бәхил бул, полковник, депутат, яҡшы дуҫ ...
Бәхил бул, полковник, депутат, яҡшы дуҫ ...

Өфөлә коронавирустан Дәүләт Думаһының 5-се, 6-сы саҡырылыш депутаты, полковник, өс һуғышты үткән хәрби Иршат Юнир улы Фәхретдинов вафат булды. Фажиғәле хәбәрҙе социаль селтәрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры, “Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров хәбәр итте.

“Бөгөн төндә беҙҙең иптәшебеҙ, Рәсәй Дәүләт Думаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш депутаты, полковник, өс һуғышты үткән Иршат Фәхретдинов вафат булды. Табиптар уның ғүмере өсөн 37 көн көрәште, тик ковид көслөрәк булып сыҡты...Тыныс йоҡла, Иршат Юнир улы. Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!” – тип яҙған ул.

Иршат Юнир улы  “Башҡортостан” гәзитенең айырылғыһыҙ дуҫы булды, уның менән ойошторолған интервью, мәҡәләләр,  халыҡты ҡабул итеү урынынан  репортаждар уҡыусылар хәтерендәлер. Халыҡ мәнфәғәттәрен, айырыуса утлы нөктәләрҙән ҡайтҡан хәрбиҙәрҙең  мәсьәләләрен хәл итеүҙә  бөтә күңелен һалып эшләгән  бик ябай, кеселекле кеше булды.  Уға 56 йәш ине...

Белешмә

 Иршат Юнир улы 1965  йылда Ишембай районының Һайран ауылында тыуған. М.В.Фрунзе исемендәге Омск юғары дөйөм ғәскәр команда училищеһын, Башҡортостан Президенты эргәһендәге Башҡортостан  дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү  академияһын, Ҡораллы Көстәрҙең Генерал штабы Хәрби академияһының яңынан әҙерлек һәм квалификация күтәреү факультетын тамамлаған.

 Афғанстанда һуғыша, Абхазияла тыныслыҡ һаҡлаусы көстәрҙә хеҙмәт итә, яралана. Чечняла хеҙмәт итә, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында эшләй. 2007–2011 йылдарҙа – Дәүләт Думаһы депутаты. “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ағзаһы. Башҡортостан хәрби хәрәкәт инвалидтары ойошмаһына етәкселек итә.

Фото:”Башинформ”

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-10-22/b-hil-bul-polkovnik-deputat-ya-shy-du-2556843?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас