Даирә
-3 °С
Облачно
Төрлөһөнән
14 Октября 2021, 06:49

Балалар ағыуланған...

Өйгә ҡайтҡас, баланың хәле тағы ла ауырая.Тулыраҡ: 

Добавить в предпочтительные источники Google
Балалар ағыуланған...Балалар ағыуланған...
Балалар ағыуланған...

Өфөлә ике бәлиғ булмаған бала бассейнда хлорға ағыуланған. Күңелһеҙ хәл Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан ял комплексында була, тип белдерә «Башинформ». Унда балалар ата-әсәләре менән бергә ял иткән булған.

Өлкәндәр алдан уҡ ҡырҡыу еҫ тойған, кешеләрҙең күҙҙәре әсеткән, йүткергәндәр. Бер бала хатта бассейнда уҡ уҡшып ебәргән. Шуға ҡарамаҫтан, комплекс хеҙмәткәрҙәре, хлорҙың миҡдары норманан артмай, хәүефкә урын юҡ, тип белдерҙеләр, ти әсәйҙәрҙең береһе.

Әммә өйгә ҡайтҡас та баланың хәле яҡшырмай, киреһенсә, үҙен насарыраҡ тоя, ҡан ҡатыш уҡшый… Һөҙөмтәлә уны ағыуланыу диагнозы менән дауаханаға һалғандар. Ял итергә барып, дауаханаға эләккән баланың ата-әсәһе полицияға ғариза яҙған.

Автор:Миләүшә Сайтакова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-10-14/balalar-a-yulan-an-2545939?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас