Даирә
+9 °С
Ясно
Төрлөһөнән
7 Октября 2021, 09:34

Юғалтыу

Шул көндән ирҙе алыштырып ҡуялармы ни. Бөтә наҙ, мөхәббәт юҡҡа сыға. Ул нисек тә баланан ҡотолоу юлдарын эҙләй...  

ЮғалтыуЮғалтыу
Юғалтыу

– Бер бәхетһеҙ, гел бәхетһеҙҙер инде ул, – тине танышым  балаларҙы көтөп һөйләшеп ултырғанда. Бик матур ғына кейенгән, йөҙгә-биткә сибәр был ханымдан шундай һүҙ ишетеү сәйер ҙә тойолдо. Ә уның сабырлыҡ кәсәһе тулған, ахыры, түгелде лә түгелде.  Быны яҙарға булыуым былай эшләмәгеҙ, ярамай тип әйтәһе килеүем дә, ана ниндәй йәнһеҙ кешеләр бар тип тағы бер ҡат уфтанғы килеүҙән дә түгел. Тормоштагы ғибрәтле хәлдәрҙең береһе был...


Рания (исеме үҙгәртелде) бик сибәр ҡатын. Үҙенең сибәрлеген йәштән үк белгән. Сибәрҙәр бәхетһеҙ тип әйтеү бына шундайҙарға ҡарап әйтеләлер, бәлки. Үҙен бары тик эшлекле, бай кеше янында ғына күрә ул. Үҙ тиңе булырҙай йәштәш егеттәренә сәләм дә бирмәй.  Институт тамамлап, эшкә урынлаша.  Иптәш ҡыҙҙары кейәүгә сығып бөтә, ә ул яңғыҙы. Һаман көтә. Йәше утыҙға таба барғанда бер ир менән осраша башлай. Үлеп ғашиҡ була уға. Ир ҙә төшөп ҡалғандарҙан булмай. Улар өс йыл осрашалар. Рания уның ғаиләле булыуын белә. «Миңә күп кәрәкмәй. Һирәк осрашыуҙар ҙа етә,  килһен генә, ташламаһын», – тип уйлай. Әммә ҡатын  шулай тип уйлаһа ла, күңеле күпте өмөт итә башлай. Уның да ғаилә ҡорғоһо, ҡултыҡлашып ҡунаҡтарға йөрөгөһө килә икән. Ир алып биргән бер бүлмәле фатирҙа ҡасып осрашыуҙарҙан туя һәм уны үҙенә бала менән бәйләмәксе була. Имеш,  Рания бала таба ла ул  ҡатынынан айырылып уға киләсәк. Үҙ балалары инде күптән үҫеп бөткән. Аталарын балаларҙан айырам тип уйлайһы юҡ. Бала хаҡында быға тиклем дә һүҙ сыҡҡан була. Әммә һөйәркәһе был хаҡта ишетергә лә теләмәй. «Бала табаһың килә икән, ана, йәш егеткә кейәүгә сыҡ», – ти ул.  Шул көндән ирҙе алыштырып ҡуялармы ни. Бөтә наҙ, мөхәббәт юҡҡа сыға. Ул нисек тә баланан ҡотолоу юлдары эҙләй. 
Беленеп килгән ҡорһағын һыйпағанда Рания аңлай: был донъяла ул бер кемде лә яратмаған икән. Бына икән бит уның мөхәббәте.  Донъяға тыумаған йәнде инде ул ғүмеренән артыҡ ярата башлай. Ә ирҙе ҡыуа. Уға бер ниндәй талаптар ҡуймаҫҡа, һорамаҫҡа, балаға атаһының кем икәнен әйтмәҫкә үҙ-үҙенә вәғәҙә бирә. Уның үҙен дә, баланы ла ҡарарға мөмкинлеге бар. Банкта бүлек етәксеһе булып  күтәрелгән була. Баланы тапҡас ҡына ул ысын бәхеттең нимә икәнен аңлай. 
Айҙар менән ул ҡыҙына ике йәш ваҡытта осраҡлы рәүештә генә таныша. Юлда  барғанда машинаһының тәгәрмәсе тишелә. Тәгәрмәскә аптырап  ҡарап торғанда Айҙар килеп туҡтай. Өйләнмәгән егет Ранияға бер күреүҙә ғашиҡ була. Ранияның: «Минең балам бар», – тип әйтеүе лә ҡурҡытмай уны. Оҙаҡҡа һуҙмай ҡыҙы менән таныштырыуҙы һорай. Рания Айҙарҙы ҡунаҡҡа саҡыра. Кескенә балалар ир-атҡа мөкиббән китәләр бит. Ранияның ҡыҙы ла беренсе минуттан уҡ Айҙарҙың алдынан төшмәй. Ярты йылдан Айҙар Ранияға тәҡдим яһай. 
– Ә әсәй мелнән атайың? – тип һорай ҡатын. 
– Мин инде малай-шалай түгел. Минең үз тормошом. Һине яратам һәм һиңә өйләнәм, – тип һүҙҙе ҡыҫҡа тотто Айҙар. Рания егеттең тел төбөнән аңлай: өйҙә уның тураһында һүҙ булған, әммә ата-әсәләре малайы һайлаған кешене оҡшатмағандар. 
Ранияны ҡәйнәһе ҡабул итмәй. Елдән тыуған балалы ҡатын улына лайыҡ түгел тип һанай. Был хаҡта Ранияның үҙенә лә әйтә. «Улҡайымды бары тик балаңды үҫтерешер өсөн генә үҙеңә ҡараттың. Өҫтөнән йөрөп яфаларһың инде улыҡайымды. Барыбер бергә йәшәтмәйәсәкмен», – ти, килен менән ҡәйнә үҙҙәре генә ҡалғас. Рания ҡәйнәләренә башка ҡайтмай. Айҙар ҙа өгөтләмәй. Ғаиләһеҙ генә  ҡайтып йөрөй. Тәүҙә улар Ранияның кескенә фатирында йәшәйҙәр. Икенсе бала ла тыуһа, өйә карауат ҡуярға ла урын булмаясаҡ. Айҙар автосалонда һатыусы-консультант булып эшләй. Хеҙмәт хаҡы Ранияныҡынан әҙерәк тә була әле. Шуға күрә улар ипотекаға беренсе взнос ҙурыраҡ булһын өсөн, ҡатындың фатирын һаталар. Ипотекаға фатир һатып алалар. Фатирҙы  ғаилә башлығы булғас, ир исеменә яҙҙыралар. Ипотеканы ла Айдарға рәсмиләштерәләр.  
Өс бүлмәле фатирҙа матур ғына ғүмер кисерә башлағанда ғына, улар ғаиләһенә ҡайғы килә. Айҙар ауылға ҡайтҡанда юл фаҗиғәһенә осрап, һәләк була.  Ранияның ҡәйнәһе улының үлемендә бары тик киленен генә ҡарғай. Имеш, фатир алыуға боҙом яһатҡан да, ирҙән ҡотолған. Ә Ранияның үҙ хәле хәл. Инде мөхәббәтен табып, һөйөлөп йәшәгәндә генә  юғалтыу. Әсе юғалтыу. Бигерәк тә ҡыҙы юҡһына атаһын. «Атай ҡасан ҡайта», – тип һәр көндө аптырата.  
Айҙар үлеменән һуң ҡырҡ көн дә үтмәй уларға ҡәйнәһе килеп керә.  Бер тапҡыр ҙа  фатир тупһаһын атлап кермәгән ҡәйнәһенең килеүенә  аптырап ҡала Рания. Баҡтиһәң, фатир бүләргә килгән икән. Күҙен дә йоммай: «Улымдың тырышлығын елдән тыуған бала менән елбәҙәк ҡатынға ҡалдыраһы эшем юҡ», – ти ул.  Рания фатирҙы һатарға риза булмағас, судҡа бирә.
Хәҙер суд юлын тапайҙар икән. Балам менән урамда ҡалырмын микән тип борсола Рания. Юғиһә, үҙ фатир аҡсаһы кергән милек бит. Ҡәйнә был хаҡта ишетергә лә теләмәй.  Ни эшләйһең, ейән үҙ ҡаны булмағанға шулай ҡыланыуылыр ти Рания. Әммә бирешергә теләмәй. Үҙ балаһын кемдең урамда ҡалдыраһы килһен.... 

Тулырак: http://syuyumbike.ru/news/otkrovenie/kaynanam-uramda-kaldyra

 

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас