Даирә
+29 °С
Облачно
Төрлөһөнән
24 Сентября 2021, 06:40

Бәхетле кәләшкә – 81, кейәүгә 79 йәш!

55 йылдан һуң, Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө алдынан Леонид Шатунов һәм Мәҡлүфә Хәйретдинова никахлашырға була...

Бәхетле кәләшкә – 81, кейәүгә 79 йәш!Бәхетле кәләшкә – 81, кейәүгә 79 йәш!
Бәхетле кәләшкә – 81, кейәүгә 79 йәш!

Ғафури районы ЗАГС-ында бындай ығы-зығының, күтәренке мөхит хакимлыҡ иткән күңелле ваҡиғаның  күптән булғаны юҡ ине. Ғәҙәти булмаған ғаилә парын теркәүҙе хеҙмәткәрҙәр тантаналы шарттарҙа башҡарҙы. Уйлап ҡарағыҙ: бәхетле кәләшкә – 81, кейәүгә 79 йәш!

Юстиция  дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө алдынан  ғүмер юлын 55 йыл буйына ҡулға-ҡул  тотоношоп үткән Леонид  Шатунов һәм Мәҡлүфә Хәйретдинова никахлашырға була. Балаларын аяҡҡа баҫтырып, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәре менән мәж килә улар. Никахлашыусыларҙың икеһе лә – хеҙмәт ветераны, әле лә әүҙем тормош алып баралар.

ЗАГС хеҙмәткәрҙәре  бәхетле ғаилә парын тормоштарындағы иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, уларға ныҡлы һаулыҡ һәм бәхет теләне.

Фото: БР Юстиция дәүләт комитеты.

https://bashgazet.ru/articles/veteran/2021-09-24/b-hetle-k-l-shk-81-key-g-79-y-sh-2519256

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас