Даирә
+6 °С
Облачно
Төрлөһөнән
15 Сентября 2021, 16:02

2021 йылдың 17, 18, 19 сентябрендә үтәсәк һайлауҙарға әҙерлек тамамланыуға яҡынлашты

Һайлауға әҙерлек барышы менән танышыу ниәтенән район Мәҙәниәт һарайында урынлашҡан 2287-се һанлы һайлау участкаһында булдыҡ. Һайлау комиссияһы составына 9 кеше инә.

2021 йылдың 17, 18, 19 сентябрендә үтәсәк һайлауҙарға әҙерлек тамамланыуға яҡынлашты2021 йылдың 17, 18, 19 сентябрендә үтәсәк һайлауҙарға әҙерлек тамамланыуға яҡынлашты
2021 йылдың 17, 18, 19 сентябрендә үтәсәк һайлауҙарға әҙерлек тамамланыуға яҡынлашты

- Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау яҡынлаша. Эпидемиологик хәлгә бәйле, һайлау өс көн дауам итә. Һайлау участкалары 17, 18, 19 сентябрҙә эшләй. Бөгөн һайлау комиссиялары һайлауҙарҙы уҙғарыуға тулыһынса әҙер, бөтә мөһим ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Короновирус инфекцияһы (COVID- 19) таралыу хәүефенә бәйле, участка комиссияһы ағзалары ҡулдарҙы һәм тауыш биреүҙәр биналарын дезинфекциялау өсөн етерлек кимәлдә зарарһыҙландырыу саралары, бәйләнешһеҙ термометрҙар, бер тапҡыр ҡулланылыусы битлектәр һәм бирсәткәләр, һаҡлау экрандары менән тәьмин ителәсәк. Һайлау участкаһына барырға йыйынған тауыш биреүселәргә үҙҙәре менән паспорт һәм мотлаҡ рәүештә битлек, бирсәткә алырға, башҡаларҙан 1,5 — 2 метрҙан кәм булмаған хәүефһеҙ арауыҡты күҙәтергә кәңәш бирәбеҙ. Тауыш биреүҙәр көнөндә дауаланыу йәки башҡа сәбәп арҡаһында райондан ситкә китергә йыйыныусыларға алдан һайлау мөмкинлеге бар. Бының өсөн һайлау участкаһына килеп ғариза яҙырға һәм тауыш бирергә кәрәк. Һайлау бюллетене тауыш биреүҙәр көнөнә тиклем йәбештерелгән конвертта һаҡланасаҡ һәм һайлау көнөндә тауыш биреүҙәр йәшнигенә төшөрөләсәк. Бынан тыш, участка һайлау комиссияһы ағзалары, графикка ярашлы, килә алмаған тауыш биреүселәрҙең өйҙәренә йөрөүҙе ойошторасаҡ. Шул уҡ мәлдә санитар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тулыһынса күҙ уңында тотола,- тине комиссия рәйесе Ирек Әнүәр улы Нәзиров.
Ирек Әнүәр улы Ҡыррыҫҡалы ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбендә өлкән инструктор-методист булып эшләй. Бәләкәйҙән йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. 2006 йылдан һайлауҙарҙа рәйес урынбаҫары булып ҡатнаша. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәрҙе раҫлау мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй һайлауҙарын әҙерләү һәм үткәреүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Рәсәй Президентынан Рәхмәт хаты ала.
Беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтөүе тауыш биреүселәргә бәйле. Шуға күрә һалауҙарҙа әүҙем ҡатнашығыҙ.

Фирүзә Рәхмәтуллина

автор фотоһы

Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас