Даирә
-4 °С
Облачно
Төрлөһөнән
12 Сентября 2021, 17:20

Зебра кексы

"Һеҙҙең иғтибарығыҙға анһат ҡына бешерелгән "ЗЕБРА" кексының 3 вариантын тәҡдим итәм. Һәр ҡайһыһы ла уңышлы бешә, тикшереп ҡараным", - ти футблогер - уңған килен Зөбәржәт Үтәрбаева

Добавить в предпочтительные источники Google
Зебра кексыЗебра кексы
Зебра кексы

ЗЕБРА КЕКСЫ
Һөт менән:
📌3 йомортҡа
📌1 стакан шәкәр
📌1 стакан һөт
📌0,5 стакан көнбағыш майы
📌1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (йәки аш содаһы+уксус)
📌1,5-2 стакан он
📌2-3 аш ҡалағы какао

Кефир менән:
📌3 йомортҡа
📌1 стакан шәкәр
📌1 стакан кефир
📌0,5 стакан көнбағыш майы, йәки 100 г аҡ май
📌1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (йәки аш содаһы+уксус)
📌1,5-2 стакан он
📌2-3 аш ҡалағы какао

Ҡаймаҡ менән:
📌3 йомортҡа
📌1 стакан шәкәр
📌1 стакан ҡаймаҡ (20%)
📌1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (йәки аш содаһы+уксус)
📌1,5-2 стакан он
📌2-3 аш ҡалағы какао

*1 стакан - 200 г
✔ бөтә ингредиенттар ҙа бүлмә температураһында

1️⃣ Йомортҡаларҙы шәкәр менән туғырға.
2️⃣ Һөт+көнбағыш майы (йә кефир + май, йә ҡаймаҡ) өҫтәп, яҡшылап болғатырға.
3️⃣ Ҡамыр йомшартҡыс менән ондо иләк аша үткәреп, ҡуйырғансы болғатырға (аш содаһын һалһағыҙ, һеркә менән һүндерергә)
4️⃣ Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, береһенә какао өҫтәп болғатырға.
4️⃣ Табаның уртаһына 2-р аш ҡалаҡлап ҡамыр ҡоя барабыҙ: тәүҙә ағын, аҙаҡ какаолыһын.
5️⃣ Ҡойоп бөткәс, ҡамырҙың өҫтөндә шырпы ярҙамында сәскә һүрәте эшләргә.6️⃣ 180 градуста 25-30 минут бешерергә.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын 

"Уңған килендән рецептар" төркөмөнән алынды

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас