Даирә
+4 °С
Ясно
Төрлөһөнән
8 Сентября 2021, 06:40

Артыҡбикә

Мин дә шәп инде, һәтәү! Уның әйткәненә башкөллө ышан да үҙ яҙмышыңдың бәхетле булырынан төңөл дә ҡуй, имеш. Ниңә, эш туйға тиклем барып еткәс, нишләп ирем мине яратмаҫҡа тейеш? Ниңә мине хөрмәт итмәҫкә тейеш? Ә ниңә, ғөмүмән, ул туйҙа лаяҡыл эсергә тейеш? Аҡты ҡаранан айыра ла белмәгән сәпсим алйот кеше түгел бит мин, моғайын, үҙемә лайыҡлы, арыу егет һайлаған булыр инем?! Бындай уйҙар үҙен хөрмәт иткән ҡыҙ башына ғына киләлер. Минең кәмһенеүем көслөрәк булып сыҡты – айыҡ баш түгел, эмоциялар иркенә бирелдем. Уйлап ҡараһаң, шул уҡ Сашка ниңә миңә өйләнмәҫкә тейеш ине һуң? Үҙемде аҡыллыраҡ тотһам, эмоцияларға ирек ҡуймаһам, уны үҙемә өйләндерә алған булыр инем. Ул бит бәлиғ булмаған бала түгел ине. Үҙ тормошон ҡорорлоҡ йәшкә еткән, миңә ҡарата йылы хистәре лә бар. Ә иң мөһиме – ул иҫәп-хисап, ике йөҙ-лөлөк, алдаҡ мал-монаят өҫтөнлөк алған, ялған ҡиммәттәр менән тулған үҙ донъяһынан ялҡҡан ине. Ихлас мөнәсәбәткә, мөхәббәткә, ябай аңлашыуҙарға һыуһаған сағы... Ул төн уның хистәрен һыуындырмағайны әле. Эште мин үҙем боҙҙом – кәмһенеүемә кереп бикләндем, ихласлығымды юғалттым, яҡты киләсәгемдән төңөлдөм. Барыбер Сашка мине ташлаясаҡ. Мин уға тиң түгел, тинем үҙемә. Шулай килеп сыҡты ла. Ҡара ҡайғыларға ҡалып ҡайтып төштөм әсәй йортона. Иң ныҡ ҡурҡҡаным – ауырға ҡалыу ине. Уф, донъяла йәшәмәүең мең артыҡ. Ҡыҫҡаһы, бер айым әжәл көтөп уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
АртыҡбикәАртыҡбикә
Артыҡбикә

Йоҡола ғына әҙерәк онотолоп алам да, төшөмдә иптәш ҡыҙҙар менән дискотекаға сығып, минең ҡайтыуҙы йәки тағы берәй сәбәпте "йыуғанда" ғына уянып китһәм, әсәй ҡарсыҡ йәнде ашап бара. Саҡ ҡына ла ҡыҙыҡһынманы, иғтибар итмәне микән ни ул ҡыҙының кисерештәренә? Көноҙоно минең эш-кинмәгәнлегемә, йүнһеҙ, изгелекһеҙ бала булғаныма бәғер итемде өтә. Йәнәһе, ул ашарын ашамай, кейерен кеймәй мин тип йәшәгән, мине табырға һаулығын сарыфлаған, уҡытам тип күпме расходланған. Мине аҫрағансы, берәй быҙау аҫраһа, лутсы изгелек күрер ине. Бына шулай. Хәмер менән бер аҙ йөрәкте баҫмаһам, ул хәл иткес айҙы үткәрә лә алмаҫ инем. Берәй аҡыллы ҡатын-ҡыҙ булһа, үҙен ҡулға алған булыр ине. Йөклө түгелмен – һәйбәт, тимәк, артабан йәшәүҙе уйларға кәрәк, тип тормошон яйға һалыуҙы хәстәрләр ине. Ә мин, барыһы ла асыҡланғас та, кире ҡалаға китеп, уҡыуымды дауам иттереүҙе ҡай-ғыртманым. Тауыҡ та, ваҡыты еткәс, үҙ себешен янынан суҡып-суҡып ҡыуа башлай. Ә мин ғаиләмдә һәр саҡ артыҡ «суҡыш» булдым. Әллә ниндәйҙер сит оянан килеп эләккәнмен? Белмәйем. Суҡыу ғынамы – бәғереңде телә, теле менән бысаҡһыҙ һуя. Бер яҡтан мин уны аңлайым. Әлеге аҡылымдан сығып, әлбиттә. Илдә бер сибәр булған аҡыллы ҡыҙың тиктомалдан, дипломға ла йыраҡ ҡалмағас, уҡыуын ташлап ҡайтһын да керһен. Ана, алкаш тип даны сыҡҡан йыбытҡы Нәзиләнең дә никтыуҙы ғына ҡыҙы уҡып йөрөһөн. Һәр бер таныш хәлгә кергән бу-лып, йәлләү тулы ҡараш ташлап, кәмһеткес һорау бирә: "Нимә, ҡыу-ғандармы?" – йәнәһе...
Ысынында иһә минең "баҙар" юғары ғына ине. Үҙ ауылымда, үҙ ғаиләмдә һанламаһалар ҙа, мәркәздә баһамды белдем. Башым да эшләй, конкурентлылыҡты ла, бирешмәй, йырып сығам икән. Шулай булмаһа, төркөмдәштәр араһында һынау үтеп, үҙ коллекциям менән конкурста ҡатнашырға хоҡуҡ яулар инемме? Республиканың төрлө ерҙәренән йыйылған һәләтле кешеләр араһында. Төштәремдә күреп һаташа инем шул коллекциямды... Инде фасон һүрәттәре лә эшләнгән, кәрәкле туҡымалар һайланған, өлгөләр киҫелеү өҫтөндә. Теге йәки был моделде подиумға кейеп сығырға һайлап алған төркөмдәш ҡыҙҙарым ҡанатланып йөрөй... Осраны бит шул мәлдә теге ҡәһәр һуҡҡан бәндә! Башымды әйләндерҙе, йөрәгемде урланы, бөтөн яҙмышымды пыран-заран килтерҙе лә... Әле һаман ярсыҡтарын йыйып, бөтәштерә алмай яфаланам. Шул мәлдә тормошом кирегә китмәгән булһасы! Конкурста призлы урын алып, берәй ательеға эшкә барып, аҙаҡ, уҡыуымды ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң, үҙ эшемде асып ебәргән булыр инем инде. Нимә-нимә, һәләтем дә, эшкә һерелегем дә бар ине. Иң мөһиме, ул саҡта ниндәйҙер амбицияларым, эсемдә утым бар ине. Ә хәҙер? Ә хәҙер – эсем тулы үкенес. Һәм бер нәмәне лә үҙем теләгәнсә бороп ебәрә алмауыма, көсһөҙлөгөмә асыуым ғына килә. Шулай. Мин бер заман күңелсәк һәм өмөттәр тулы, яҡты ҡарашлы, яҡшы кәйефле кеше инем. Ә әле шул асыу, үс, кәмһенеүҙәр тулы бер әҙәм. Мин хатта туйҙарҙа матур итеп ҡотлау әйтә, яҡшы теләктәр теләй белмәйем. Бына шундай туң күңел.
Туйҙар инде минең өсөн мөхәббәт байрамы түгел. Барыһына ла шул Сашканың күрәҙәлеге ғәйепле. Барыһы ла ул юрағанса килеп сыҡты. Әммә бер нәмәлә ул яңылышты: туй төнөндә тотоп көсләйәсәк ир генә түгел, мин үҙем дә иҫерек инем. Бер кемгә лә кәрәкмәгән артыҡбаш тормоштоң шулай тамамлауын "туйланым". Ни тиклем алйот булынған йәш саҡта! Ғүмер саҡ башланған саҡта "бөттө барыһы ла" тип төңөлсәле!
Мин үҙемде артыҡ кеше итеп тойған ғаиләнән ҡотолдом. Ә икенсеһенә, шулай уҡ мине артыҡбаш һанағанына, барып ҡаптым. Нимә эшләһәм дә – килешмәй, оҡшамай. Һәр һүҙең – урынһыҙ. Нимәнелер урынынан шылдырҙыңмы – ҡулайһыҙ. Таҙартырға уйлаһаң – әрпеш. Ул тиклем үк йүнһеҙ бала түгел инем, килен булғас, ҡарышҡан кеүек бит ул – һауыт-һаба йыуам тиһәң, тап шул ҡәйнәнең ҡәҙерле генә шәшкеһе мотлаҡ ҡулдан ысҡынып төшөп китә. Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙ ғүмерендә берәй быяла-фарфор нәмә ватмай тормай, билдәле. Бер нәмәне лә ватмаҫ өсөн бер нәмә лә эшләмәҫкә кәрәк. Нишләп шундай яңылыш ҡына осраҡты миңә булһа: "Ҡоротҡос, донъямды пыран-заран итергә килгән" тип, ә ейәнсәренә: "И-и, балам үҫкән, кәсә тоторға эшкингән" тип баһалағандыр инде ҡәйнә тигән есемдәр? Үҙ-үҙемде уның ҡаршыһында яҡларға, һүҙемде һүҙ итергә минең хатта башыма ла килмәй. "Күрә алмайым ошо өйҙө, мәңге кермәҫ инем", – тип берәй мөйөштә һығылып илайым да, барып төртөлөр башҡа ерем булмағас, баҫылам. Әйләнгән һайын иренән айырылып ҡайтҡан-киткән килендәрҙе әсәйем һәр саҡ хөкөм итте, беләм. Бер оронсоҡтан ҡотолоп тын алып ҡалғас ҡына, ике оронсоҡ булып ҡайтып керә алмам бит атай йортона. Ул балама, шөкөр, оронсоҡ булып йәшәргә тура килмәгән икән. Өҫтәл өҫтөнә ултырғыс ҡуйып менеп баҫҡайным, йығылып төшөп харап иттем сабыйымды. "Угроза выкидыша" тип дауаханаға һалырға хәл ҡылып, әйберҙәрҙе йыйып, мунса инеп килергә генә ҡайтарғайнылар шунан бер көн алда. Барып өлгөрмәнем, әлеге лә баяғы шул ҡәйнәнең ҡыш уртаһында нимә типтер былай ҙа аҡ стеналарын ағартырға ҡушып енләнеүенә түҙмәнем. Менеп киттем. Хәйер, үҙем дә ғәйепле инде. Ул өҫтәлдең кәлтәннәп торғанын күрмәйемме лә башымдың юғарыла әйләнеүсән икәнен белмәйемме? Нисә ай буйы уларҙың туҡтауһыҙ миңә төрт-төрөүен, кәмһетеүен, һанламауҙарын үткәреп ебәрә алғанды, әле ниңә түҙмәҫкә ине? Инде етлегеп бөткән тиерлек баламды йылы ҡосаҡҡа түгел, һалҡын ер ҡуйынына тығыуы ныҡ йәл булды. Башҡа балаларымдың ғүмерен ҡыл өҫтөнә ҡуймаҫмын, нимә кисерһәм дә түҙермен, тип һүҙ бирҙем шунда.
Рушанна менән йыл ярым самаһы күрешмәй торғайныҡ. Хат та яҙышырға форсат булманы. Ата-әсәһе аша ғына сәләм күндереп торҙоҡ. Ул ҡалала студент тормошонда ҡайнай, оҫталыҡ буйынса конкурстарҙа ҡатнаша, эш урыны эҙләй, егеттәрҙе бирсәткә урынына алыштыра... Ә мин, ситлектә һайрарға дәрте булмаған турғай шикелле, һирәк-мирәк эләккән шатлыҡ валсыҡтарына ла рәхмәт әйтеп көн күрәм. Үҙ туйына саҡырырға эҙләп килде Рушанна. Килде лә, миңә ҡарап, бер талай өнһөҙ ҡалды. "Таныманым",– тип аңлатты аҙаҡ. Ҡо-лаҡтарын локаторҙай тоҫҡап эргәлә уралған ҡәйнә алдында һөйләшә алмағас, һыу буйына "өйрәктәрҙе ҡарап алып ҡайтырға" төшкән инек. Һәр өндәшкәнгә тертләп, ябай ғына һорауға ла оҙаҡ итеп уйланып яуап биргәнде күҙәтеп ултырҙы ла: "Һин ҡайҙа?" – тип кенә әйтте.
– Нисек... ҡайҙа? Бына, алдыңда.
– Юҡ, мин белгән ысын Тамара ҡайҙа, тип һорайым һинән. Сибәр, аҡыллы, үткер, шаян ҡыҙыҡай ҡайҙа булды? Иҫләйһеңме, беҙ бит ошонда ағын һыуға ҡарап хыялланып ултыра торғайныҡ: киләсәктә кем булабыҙ, нимә эшләйбеҙ... Ә "Тамшан" салоны? Онттоңмо ни?
…12-13 йәштәрҙә уйлап сығарғайныҡ беҙ уны. Атамала беҙҙең исемдәр ҙә булһын, шул уҡ ваҡытта башҡортса ла булһын, тип "Тамшан"ды уйлап сығарҙым. Йәғни кешене ымһындырып, тамшандырып торорлоҡ исеме лә, есеме лә. Исеме булды, ә есемен Рушанна менән беҙ икәү киләсәктә булдырырға тейеш инек. Мин иҫ киткес матур-матур киске күлдәктәр, костюмдар тегәм, ә әхирәтем моделдәрҙе биҙәндерә, ҡупшы прическалар яһай. Һәм беҙҙең был күҙ ҡамаштырғыс ижадты "Тамшан" салонының күрһәтеү залына йыйылған тамашасы һушы китеп, тамшанып, ләззәтләнеп ҡарай. Ялт-йолт фотоаппарат уттары, камералар, ялтыр-йолтор журналдарҙан интервью алырға килгән ялбыр-йылғыр репортерҙар...
Хыял тигәс тә хыял инде. Рушанна әле әйтмәһә, мин уның барлығын да онотҡайным. Абау, мин ҡасандыр хыяллана белгәнмен! Әле иһә минең көнитмештә хыялға илһам да, форсат та юҡ.
– Һуңғы тапҡыр нимә тектең?
Рушаннаның һорауы албырғатып ебәрҙе. Оҙаҡ ҡына иҫләй алмай ултырҙым.
– Ирҙең курткаһының яғаһын, еңен тегеп бирҙем, кем менәндер эсеп һуғышҡан да, айырып төшөргәндәр.
– Шунан?
– Ҡәйенбикәнең итәген ҡыҫҡартып бирҙем.
– Тағы?
– Тағы тип ни... Йөҙләгән носкиға ямау һалғанмындыр.
– Аңлашылды. Тимәк, бер нәмә лә текмәгәнһең.
– Нисек инде "текмәгәнһең"? Белгең килһә, мин ул энәне тота-тота бармағым биҙрәгән, күргем дә килмәй, теләмәйем дә!
– Беләһеңме, ниңә шулай? Иҫкене ҡормау, ямау – ижад итеү түгел. Минең аңлауымса, һин студент саҡтан бирле бер нәмә лә текмәгәнһең, хыялыңа хыянат иткәнһең, белдеңме! Шуға күрә мин һине танымайым да. Эсеңдәге утың һүнгән һинең. Эйе, тормошоңдо күрҙем. Ҡәйнәңде лә күрҙем, аһ-зарыңды ла тыңланым. Әммә, Тамара, мин шуны аңламаным: һин ниңә ҡәйнә донъяһына йәбешеп ятаһың? Үҙ донъяңды ҡороп ҡара. Башҡалар нисектер булдыра бит, ниңә һинең ҡулдан килмәҫкә тейеш? Үҙеңдең өйөңдә һине бер кем дә кәпкәкләй алмаҫ. Берәйһе башлаһа – ҡыуҙың сығарҙың да ишекте шартлатып бикләнең ҡуйҙың.
Шаҡ ҡатҡыс. Шул көнгә тиклем үҙ донъямды ҡороу тигән уйҙың үҙ башыма килмәүе – шаҡ ҡатҡыс. Иҫ кергәне бирле тирә-яҡтағылар "һинән була тиме ни инде, шуны ғына ла белмәйһең" тип тыҡып торһа, ысынлап нимәлер өйрәнергә, булдырырға ихтыяр һына икән ул. Ошо йәшкә етеп тә, әсәйемдең мине хуплап, башҡаларҙан яҡлап ниндәйҙер йылы һүҙ әйткәнен иҫләмәйем. Тәүге балам төшкәс тә йәлләмәне.
"...Шуға ла эшкинмәгән..." – тип миңә күптән һуҡҡан мөһөрөн яңыртып мисәтләп кенә ҡуйҙы. Шунан артығын көтмәгәйнем дә. Аңлау, йәлләү, яратыу өмөт итеп үҫмәнем. Күңел генә алама – булмаҫтайҙы көҫәй. Барыбер яратылып ҡарағы килә.
Рушаннаның туйына барманым. Ҡарасҡы булып ултырғым килмәне. Туйға барырлыҡ кейем, бүләк алырға ла мөмкинлегем юҡ ине, етмәһә, шул байрамды күрә алмай башлаған саҡтар ине. Саҡырылыуыбыҙ хаҡында иргә әйтеп тә торманым. Уның холҡо билдәле: минең берәй ергә ныҡ барғым килә икән, ул мотлаҡ аяғында ла тормаҫлыҡ лаяҡыл булып ҡайта һәм, әлбиттә, байрам кәйефе бөткәс, уттар һүнгәс, алдағы көнгә пландар ҡормаҫҡа, хыял йөрөтмәҫкә өйрәнергә мәжбүр булынды. Ҡайҙа, ти, ул унда "Тамшан"?! Бөткөһөҙ иҫкене ямау шул тиклем йәнгә тейҙе, түҙмәйенсә, байтаҡ ойоҡ-нәскиҙәрҙе ут тамағына ырғыттым бер заман. Әле лә энәне бик һирәк тотам. Ҡасандыр хыял иткән нәфис күлдәктәрҙе тегергә форсат булмағас, нимәгә кәрәк ул миңә? Ҡыҙҙар тапҡан булһам – бер хәл. Ҡурсаҡтай итеп йөрөтөр инем. Малайҙарға нисек тә бара, әсәйем был шөғөлдән төңөлөүемә ҡаршы булды-булыуын. "Шулайтһаң – эконом, былайтһаң – эконом", имеш. Ялҡытҡан "эконом-класс". Бына бында, – vip-ложала, ни тиклем уңайлы. Тамаша ҡылырға сәбәп буйтым.
Үҙемде саҡ ҡулға алырлыҡ хәлгә килдем. Юҡһа йөрәк тамаҡ төбөндә тыпырсына, ҡолаҡ шаулай, ҡул-тубыҡтар буйлап үрле-ҡырлы ҡалтырауыҡ йүгерҙе байтаҡ. Ниһайәт, тын алышын да тигеҙләп бөтөп барам. Үҙемдең театрҙа ултырғанымды ла, ниндәй маҡсат менән килеүемде лә оноторлоҡ дәрәжәлә шаңҡығайным. Йөрәк тамаҡ төбөнән кире урынына төштө, әммә тыпырсыныуҙан туҡтарға уйламай. Күптән, бик күптән бындай ритмды тойған юҡ. Мин хатта ҡасандыр ир-егет менән ҡараш осрашыуҙан ғына былай тулҡынланып була икәнен онотҡайным. Ҡайҙа, ти, ул ҡараш! Килеп ҡағылғанға ла бер нервы һелкенмәй торғайны. Заманында, битарафлығыма йәне көйөп, ирем дә миңә "бүрәнә" тип ысҡындырғайны. Тейҙең ни, теймәнең ни, һап-һалҡын, бисәгә оҡшамаған, йәнәһе. Ул һүҙе өсөн, тәбиғи, мин ҡапыл ҡоро утынға сәрпәкләнеп, сыра-шырпыға әйләнеп тоҡанманым, "ҡыҙыу ҡатын" булып янырға башламаным. Уны дөр-ләтеү түгел, йылытырға ла ыжламаным. Киреһенсә, үҙенә ҡарата күңелдә бығаса ул-был быҫҡыған булһа, уныһы ла һүнеп ҡуйҙы. Бүрәнә, имеш. Оҫта ҡулына эләкһә, ул ниндәй генә халәткә кермәй? Нәфис һынды ла ырып яһап була, семәр-семәр биҙәкте лә... Теләгән – сәңгелдәк яһай, теләгән – табут... Кемдер иң бай йорттарҙа ғына торасаҡ сувенир эшләй, ә кемдер битарафлығы менән серетеп юҡ итә. Бына нимә ул бүрәнә! Йәлләмә һин хәләл ҡатыныңдан йылы ҡара-шыңды, иғтибарыңды, татлы һүҙеңде, һал наҙыңды, ваҡытыңды, көсөңдө! Һәм бер заман бүрәнә лә сәскә тажын асыр...
Бәлки, ысынлап та миндә лә ғәйеп булғандыр? Улай тиһәң, тәнемдең бер ни ҙә тоймағанына мин ғәйеплеме ни? Ә икенсе яҡтан... Икенсе яҡтан ҡараһаң, бәлки, иремде артыҡ күп сағыштырғанмындыр Сашка менән? Сашка бит комплименттар менән "күмә" ине. Үҙ ғүмеремдә бер кемдән дә, хатта иң яҡын туғандарымдан да ишетмәгән иркәләү, наҙлау һүҙҙәрен бер нисә ай ғына таныш булған егеттән ишеттем бит мин. Бәлки, шуға, яҙғы ҡояш наҙына илергән умырзая һымаҡ, комплекстарымды тишеп, ысын минлегем моронлап сыҡҡандыр? Бәл-ки, шуға аҙаҡ бер кемдең дә иркә һүҙенә, арлы-бирле үпәс итеүенә бирешеп бармаған һауалы ханымға әйләнгәнмендер? Сашка минең булған матурлығым, аҡылым өсөн һоҡланмай ине. Ул алда буласағын тоҫмаллап, киләсәктә ниндәй иҫ киткес, һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙ була аласағым хаҡында аңлатып, минең үҙемә кем икәнемде тасуирлап – ышандырғыс итеп тасуирлап күңелемде иретте. Кеше харап эгоист шулай ҙа! Хатта мөхәббәттә лә кеше үҙ-үҙен яратыу менән мәшғүл. Мин Сашкаға уның матурлығы, аҡылы өсөн генә түгел, миңә булған һоҡланыуы, баһалауы өсөн ғашиҡ булманыммы икән? Ә уның мине яратыуы үҙ ижадына мөкиббән киткән Пигмалион ише яратыу булманымы? Уның һүҙҙәренән тәжрибәһеҙ, йәш кенә ҡыҙ сәскә атып, балҡып китһен әле! Теләһә – утҡа һала, теләһә – һыуға, теләне – өҙҙө лә алды. Юҡ, өҙөп алманы. Уның теләге буйынса сәскә үҙе тамырынан өҙөлөп, ялтырға төрөнөп алдына, әй, юҡ, аяҡ аҫтына килеп ятты... Үҙ-үҙенән ни тиклем ҡәнәғәт булды, буғай, Сашка. Тәкәбберлеккә икен-се берәүҙең тәкәбберлеге һыныуын күҙәтеү ни тиклем татлы, ләззәтле... Ә ул бының өсөн баш китерлек батырлыҡтар эшләмәне, тауҙар аҡтар-маны, күктән йондоҙ ватып алманы, ҡояш бүләк итмәне...
Ул ни бары минең күңел ҡылдарын ҡайҙан, нисек сиртергә, математик мәсьәлә сискән һымаҡ, һалҡын аҡыл менән иҫәпләп сығарҙы ла бойомға ашырҙы. Һәм иң мөһиме – уның бесәй сысҡанды уйнатҡан шикелле уйнатыуын, әүрәтеүен ҡорбан уйлап та бирмәй. Ул ғына ла түгел – алданыуы өсөн хатта рәхмәтле була! Мин дә бит ул саҡта Сашка өсөн "сысҡан" булғанымды аңламай инем. Тормош тәжрибәһе лә етмәй, "мөхәббәт" тип күҙ томаланған, бер кемде лә ишетмәйем дә, күрмәйем дә. Бәләкәйҙән уҡыған фәһемле китаптарҙағы аяныслы тарихтар ҙа онотолдо. Әҙәби әҫәр ысын тормош менән ярыша аламы ни инде: әҙәби геройҙың кисерештәре хаҡында уҡыуы – бер, ә үҙең тойоу – ул бит бөтөнләй бүтән! Әммә китап тигән нәмә минең яҙмышта роль уйнамай ҡалманы.
…Сашка менән айырылышмаған саҡ. Психология менән мауыҡҡан бер курсташымдың тыуған көнө, студенттарса ғына табын. Беҙҙең һәр саҡ шулай:ололарҙыҡы кеүек, байрамдарҙан һуң өс көн ашарлыҡ тороп ҡалмай, мәлендә тамам була. Байрам хужабикәһе һәр ваҡ-төйәк бүләк иткән өсөн дә шатланып рәхмәттәр әйтте, йөрөгән егете, шундай уҡ ярлы студент, ашауҙан өҙөп тигәндәй һыңар сәскә тотоп килгән булған, уға был батырлыҡ өсөн барыбыҙ ҙа ҡул саптыҡ. Ҡыҙҙар компанияһындағы икенсе егет, Игорек, ҙур ғына китап бүләк итте. Курсташ ҡыҙ бәхетенән үрле-ҡырлы һикергәнгә, мин дә был китапты асып, арлы-бирле күҙ һалмай түҙә алманым. Авторын иҫләмәйем, ә атамаһы "АнтиКарнеги" ине, буғай. Һәр хәлдә миңә, ҡасандыр Д. Карнеги китаптарын мауығып уҡыусыға, был атама бик сәйер ине. Тулыһынса уҡып өлгөрмәһәм дә, төп мәғәнәһенә төшөндөм: автор Д. Карнегиҙың кешеләр менән аралашыу методтарын тулыһынса инҡар итә. Ул уның китабын "кеше, уның хистәре менән идара итеү буйынса методик ҡулланма" тип атай. Автор фекеренсә, кешелек ике типҡа бүленә: манипуляторҙар һәм манипуляцияға бирешеүселәр. Һәм бына тап Карнеги кеүектәр кешене маҡтап, осондороп үҙ маҡсаттарына ирешәләр. Улар ихлас түгелдәр. Уларҙың ҡылыҡтары уйланған, иҫәпләнгән, хискә бирелмәйҙәр. Манипулятор үҙ маҡсатына ирешеү өсөн "ҡорбан" менән файҙалана. Ул "ҡорбан"ды маҡтап, юхалап ҡына үҙ яғына бормай, ә кәрәк икән – үҙен йәлләтә йә үсегеп еңә, йә енләндереп көсһөҙләтә. Бер ҡасан да үҙ теләген асыҡтан-асыҡ әйтмәй, үҙе лә башҡа кешенең ихласлығына ышанмай. Ихлас – уның өсөн ах-маҡ. Ахмаҡ, – тимәк, ҡорбан.
Китапты тулыһынса уҡыманым. Әммә фантазиямдың бәләкәйҙән көслө булыуы, ғәҙәттәгесә, үҙ ролен уйнамай ҡалманы. Мин Сашканың ҡылыҡтарын манипулятор формулаһына "һалып иҫәпләп" ҡараным... Һәм ҡапыл барыһын да аңлап, шаңҡыным. Үҙемдең "мөхәббәт" тип алданғанымды аңлап шаңҡыным. Быға Сашканың үҙенең абайһыҙлығы ла сәбәпсе. Минең кеүек хәтерле һәм анализлы фекерләүгә һәләтле ҡыҙ алдында ҡайһы бер нәмәләрҙе һөйләмәҫкә кәрәк ине. Мәҫәлән, ҡайҙалыр сәйәхәттә сағында аҡсаһы бөтә. Ул өйҙәгеләргә һағыныу хистәре, хәтирәләр тулы дүрт-биш битлек хат яҙып һала. Тегеләр хатты илай-илай уҡыйҙар ҙа Сашкаға кәрәкле сумманан байтаҡҡа артығыраҡ аҡса ебәрәләр. "Ә бит мин, – тиер ине Сашка, маһайып, – аҡса һорау түгел, кәрәклеге хаҡында ла бер һүҙ ҙә яҙманым. Ғөмүмән, матди яҡҡа ҡағылышлы һүҙ яҙманым, тик рухи донъям, кисерештәрем хаҡында ғына". Бик кәйефле сағында тағы ны-ғыраҡ асылып ташлай:
– Мин – идеаль ир. Мин ҡатыныма ҡул күтәреү түгел, тупаҫ һүҙ ҙә әйт-мәйәсәкмен. Мәҫәлән, ашты бик тәмле бешермәгән икән, ти. Мин бер нисек тә асыуланмаясаҡмын, ашамаһам да, рәхмәт әйтеп тороп китәсәкмен. Әммә шундай һүҙҙәр табырмын – ҡатыным икенсе тапҡыр тәүлек буйы плита эргәһенән китмәһә-китмәҫ, ҡулын утҡа ҡуйып, усында булһа ла бешерер, әммә ашты мин яратҡанса бешерер...
"АнтиКарнеги"ға тиклем Сашканың был һүҙҙәре һиҫкәндермәгәйне. Ә был бит – типик манипуляция! Манипулятор өсөн "ҡорбан"дың хистәре – тишектәге бушлыҡ, ноль. Уға үҙ теләге – теләк. Мәҫәлән, мин Сашканың ҡатыны урынында, ти. Ярай, аш ул теләгәнсә булды, ти. Йәки ул теләгәнсә булманы, һәм мин ҡулымды ла бешерҙем, ти. Минең һыҙланыуымды уйлап бирәсәкме ул? Бәлки, кәйефем юҡ, бәлки, арығанмын, бәлки, бөтөнләй бешерергә теләмәйемдер? Ул ми-нең хистәрҙе лә иҫәпкә һаласаҡмы? Бөтә күҙәтеүҙәрем буйынса, былай килеп сыға: юҡ, һанға һуҡмаясаҡ.
Бына шулай. Әллә ниндәй ҡапма-ҡаршылыҡтар йыйылмаһы булыуҙан туҡтап булмай. Мин йә Сашканы күккә күтәреп һоҡланам, аҡылды юйып, хистәргә биреләм; йә бер китап арҡаһында һөйгәнемдән ваз кисәм, нәфрәт утында көйәм... Әллә ул йәшлек тигәндәре шундай ауыр мәл, әллә шәхсән минеке генә ошолай? Бер сиктән икенсеһенә бәрелеп-һуғылып шул тиклем арыным.
Яратамы мине Сашка, әллә алдаймы? Мин уны яратаммы, әллә күрә алмайыммы? Аҡыллымы мин, иҫәрме? Аҡыл мөһимме, әллә тойғолармы? Бер туҡтауһыҙ шикләнеү. Һәр аҙымыңды үлсәп баҫыу дөрөҫмө, әллә үҙ мәлендә көслө хистәргә дөрләп янып та, иртәгәһе – мат яғаһынамы? Белмәйем. Бер нәмә лә белмәйем дә, аңламайым да. Ә ул шиктәр шул тиклем йәнемде ҡыя, бер туҡтауһыҙ йөрәгемде күкрәк ситлегендә баскетбол тубы урынына уйната. Йөрәк үҙ урынында эленеп тормағас, ниндәй тыныслыҡ булһын инде? Йә түгелеп илайым, йә һыным ҡатып, хәл бөткәнсе шашып көләм. Дәрестәрҙә нимә хаҡында һүҙ барғанын ишетмәйем, уҡытыусылар нимә әйткәнен аңламайым. Ап-айныҡмын, ә үҙемде иҫерек кеүек тоям. Йәшәйем дә кеүек, юҡ та һымаҡ. Әллә бар мин, әллә юҡ... Бер яҡтан, аҡылы камил еткән ҡыҙмын. Икенсе яҡтан, үҙ аяғына үҙе эләгеп тарбайлап йөрөгән сабый бала һымаҡмын. Күп нәмә беләм, ә бер нәмә лә белмәйем, юҡ, йәшлек – ауыр мәл ул. Артыҡ ярһыулыҡ күп, сабырлыҡ юҡ. Бер сиктән икенсеһенә һуғылыуҙан, туҡтауһыҙ икеләнеүҙән, Сашкаға булған аңлайышһыҙ хистәрҙән, ғөмүмән, донъянан һәм үҙ-үҙемдән арып, ялҡып, тыуған йортҡа ҡайтып йығылыуҙан башҡа сара тапманым. Әле аңлайым: түҙергә аҡыл етмәгән. Иртәме-һуңмы Сашкаға ҡарата йөрәгемдә янып торған ялҡын һүрелер ине. Башым айныр ине. Ҡыҙыулыҡ менән күпме иҫәрлектәр эшләп ташламаҫ инем. Ә кем белә, бәлки, ысынлап башҡа яҡтан яңлышҡанмындыр? Мәҫәлән, Сашка ысынлап яратҡан булһа? Уның һүҙҙәре ысын йөрәктән сыҡҡан булһа? "Һиңә тиклем, "бәхеттең етенсе ҡаты" тигәндәре ялтырауыҡ матур һүҙ генә икән, тип уйлай торғайным. Ә хәҙер аңланым: бар икән ул. Һинең менән ожмахтың етенсе ҡатында булғандай тойғо кисерҙем. Һин – мөғжизә. Һин – иң серле һәм ғәжәйеп ҡыҙһың. Бығаса донъялағы бер генә ҡатын-ҡыҙ ҙа минән һөйөү һүҙҙәрен ишеткәне булманы. Һин – берҙән-бер. Мин һине яратам. Я-ра-там. Беләһеңме, мөхәббәт – ул ысын бәхет икән..." Был һүҙҙәр һаман ҡолаҡта яңғырай. Ихлас әйтелгәнгә микән? Хатта ихлас әйтелмәгән осраҡта ла, уның һүҙҙәрен онотмаҫҡа ине. Ҡатын-ҡыҙ ғөмүмән ҡасандыр наҙлы һүҙҙәр ишетеп торғанын оноторға тейеш түгелдер. Юҡһа, ул артыҡ ябайлана, артыҡ ғәҙәти, ҡәҙимге бисәгә әйләнә. Унан башлана инде тағы ла хәтәрерәк "әүерелеүҙәр". Кем – аж-даһа, кем – йылан, кем – һәүкәш. Тәүбә-тәүбә. Эйе, эйе, кемдер әлеге лә баяғы "бүрәнә" лә булып китә. Ысынында иһә ул ваҡытта ҡасандыр үҙемдең мөғжизә һәм хыял булғанлығымды онотоп ебәргән сағым булған. Хатта йәшермәй әйтеү фарыз – яңы иҫемә төшә башланы. Тағы ла дөрөҫөрәк әйткәндә, үҙ баһамды күтәреү маҡсатында, Рушаннаның күрһәтмәләрен тыңлап, көсләп иҫемә төшөрҙөм. Был уйынға хатта кейәү балаҡай ҙа ҡушылды. Кухняла уның мөрәжәғәтенә, ғәҙәттәгесә, теләр-телмәҫ кенә яуап бирһәм, ҡыҙып китеп әрләп ташланы.
– Һин ҡатын-ҡыҙмы, әллә туң киҫкәме, ә? Ҡаршыңда баһадирҙай ир-егет баҫып тора, ә һин, исмаһам, юрамал да күтәрелеп ҡарамайһың, йылмайып ҡуймайһың?
– Һин бит ир-егет түгел, Рушаннаның ире!
– Булһа һуң. Сибәр ҡатын-ҡыҙҙың матур йылмайғанын тамаша ҡылып зауыҡланыу гонаһ түгелдер бит? Әммә һин миңә генә түгел, ғөмүмән, ир-атҡа ҡыҙыҡһынып булһа ла ҡарамайһың. Бына маршруткаға кергәс, кемдәр бар икәнен күҙ менән тикшереп алаһыңмы? Юҡ шул, һин шунда уҡ тәҙрәгә текләйһең. Урам буйында берәйһе ваҡыт күпмелеген һораһа, яуап бирәһеңме? Эйе, секундына тиклем әйтһәң әйтәһең, ә һораусының күҙенә түгел, йөҙөнә лә һирпелеп ҡарамайһың. Ә уға ваҡыттың күпмелеге хәжәт ине тип уйлайһыңмы?
– Хәжәт булмаһа – һорамаҫ ине.
– Ә хәҙер бөтә кешелә лә сәғәтте күрһәтеп торған мобильник барлығы, бер ҙә булмаһа, ҡалала һәр ерҙә тиерлек ваҡытты һәм температураны күрһәтеп торған йүгерек яҙыуҙар янып тороуы иҫеңә төшмәйме?
– Әллә... уйлағаным булманы.
– Уйланмайһың шул. Асылда ваҡыт һорау – универсаль танышыу ысулы. Ир-егет шул рәүешле ҡылыңды тартып ҡарай, ә һин күтәрелеп ҡарайһы, йылмайып әңгәмәне күтәреп ебәрәһе урынға "дүртенсе ун биш минут" тип боҙҙай тауыш менән әйтәһең дә ҡарашыңды ергә текләп юлыңды дауам итәһең. Унан, үҙеңдең һаман яңғыҙлығыңа аптырап, ирҙәрҙе һуҡырлығы өсөн һүгеп кинәнәһеңдер әле.
– Дөрөҫ әйтәһең, йәнекәйем, башлыһың да инде, нисек минең үҙемдең башҡа килмәгән. – Рушаннаның күҙҙәре янып китте. Ирен һәр саҡтағыса суп иттереп үбә һалып, миңә текләне. – Тамочка, баҡһаң, һин бөтөнләй ҡылансыҡлана белмәйһең икән!
– Хәжәт ине бик! – тип турһайҙым.
– Хәжәт, ишшеү нисек хәжәт әле! Беләһең килһә, ҡылансыҡлана белеү – сибәрлектән күпкә хәтәрерәк ҡорал! Әйҙә, иң ябай алымдан башлайбыҙ. Күрерһең, үҙеңә лә оҡшап ҡалыр әле...
Кешенең аҡылы, бер уйлаһаң, күпмегә үҫешкән: ниндәй генә компьютерҙар юҡ. Ҡоштан бейек оса, нисә йөҙ "ат көсө"н ултырышы аҫтында йөрөтә, нисә меңәр саҡрымдар аша һөйләшә, күрә ала һ.б., һ.б. Ә күңеле, йөрәге һаман шул уҡ – борон заманда нисек матур күҙҙәр ҡапҡанына эләккән, әле һаман эләгә тора. "Сиртте" был балыҡсы "ҡармаҡ"ҡа. Ха-ха-ха. Антрактты минән былай көтә башланы. Уң яғындағы ханымды бөтөнләй онотто. Хәләл ҡатыны түгеллеген аң-лағайным инде, әллә ялҡыта башлаған ҡарт һөйәркәһеме икән, тигәйнем. Хәлдәр күпкә ябайыраҡ: ҡәрҙәше икән. Ура, антракт. Яңылыш ҡына ҡағылыу, йән иреткес йылмайыу, иркә тауыш менән ғәфү үтенеү, кәүҙәнең бөтөн һомғоллоғон баһалап өлгөрөрлөк кенә итеп баҫып тороу, ымһындырғыс һығылмалылыҡ менән сығыуға ыңғайлау... Уйлағанымдан өс аҙымды артығыраҡ яһарға тура килде, ҡәһәрең. Уф-ф, ниһайәт, ҡыуып етте. Тәк, күрешергә беренсе ҡатын-ҡыҙ ҡул һона. Сәтәкәй бармаҡты күтәреберәк, Томочка, онотма. Артабан дело техники – күҙҙәренә мөкиббән китеп ҡарайһың, һөйләгәнен иҫең китеп, мауығып тыңлайһың, ауыҙыңды асаһың икән, мотлаҡ уға ҡарата һоҡланыуыңды белдереү өсөн генә.
О-о-о, кәйеф бермә-бер күтәрелде. Театр музейында зауыҡланып йөрөүем етмәгән, "ҡапҡорһаҡ"тың шәбен эләктергәнмен. Ысынлап та, һәйбәт әңгәмәсе генә түгел, Искәндәр Сәғитовичтың танышы ла булып сыҡты. Ул ғына ла түгел! "Объект" бөгөн бында, хатта беҙҙән йыраҡ та түгел ултыра! Ура-ура-ура. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
– Был яҡҡа таныш ҡарышлауыҡ шыуыша. Янына барып һаулашып китмәй ярамай: минең "хужа"ның "бикә"һе. – Юлдашымдың эргәмдән китеүенән файҙаланып, иркенләп һулыш алдым. Тимәк, Искәндәр Сәғитович менән осрашыуға әҙерлән. Аҫҡа, гардеробҡа, "танауҙы пудраларға" төшөп килмәй ярамаҫ. Баҫҡыс яғына үткән ыңғай яңы танышымдың ҡаршыһындағы һынға күҙ һалам. Һығып торған бәрхәт күлдәк аша хас тиреҫ ҡарышлауығыныҡы һымаҡ ҡатлы-ҡатлы май һырҙары ҡабарып тороуы күҙгә бәрелеп ҡала. О, ҡатын-ҡыҙ! Шыма, ялтырауыҡ тиреле, һығылмалы йыланға тиңләүҙәре, баҡтиһәң, комплимент була икән. Тәүбә-тәүбә, ҡарышлауыҡҡа тиңләүҙән Алла һаҡлаһын. Был эволюция тигән нәмә кеше мәсьәләһенә ҡағылғанда нишләп... киреһенсә эшләй икән? Тәбиғәттә ҡарышлауыҡ гүзәл, нәфис күбәләккә әйләнә, йөнлө, сурышлы маймыл – кешегә. Ә беҙҙең тормошто ҡараһаң... Күбәләктәй еңел кәүҙәле, ҡарап туйғыһыҙ гүзәл ҡыҙ тора-бара ҡарышлауыҡҡа әйләнә. Сибәр, баһадирҙай егеттәр иһә ҡартлыҡтарында һаҡал-мыйыҡ баҫып, йөҙө ҡарайып, йыйырсыҡ баҫҡан һәм кәкрәйгән маймыл төҫөнә керә. Ни тиклем ғәҙелһеҙлек!
 Баҫҡыстан ҡабаланып төшөп барғанда уйланырға ярамай ул миңә. Бына бит, йылтырап торған шып-шыма мәрмәрҙә алабарманлығым арҡаһында тайып та киттем. Йә кеше араһында суҡынып барып төшөп оятҡа ҡалыу менән сикләнәм, йә туфлиҙарымдың беҙ үксәһе аҡтарылып-фәлән ҡазаға тарыясаҡмын, тип уйлап та өлгөрмәнем, баҫҡыстан менеп килгән бер ир-егеттең ҡосағына барып та керҙем.

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас