Даирә
+6 °С
Облачно
Төрлөһөнән
12 Августа 2021, 07:16

20 минутта әҙер була торған кетчуп

Рецепт:

20 минутта әҙер була торған кетчуп20 минутта әҙер була торған кетчуп
20 минутта әҙер була торған кетчуп

Күптәр ҡыҙарған помидорҙарҙы ҡайҙа ҡуярға белмәйбеҙ, тиҙәр. Беҙ һеҙгә бик анһат һәм тиҙ әҙерләнә торған кетчуп рецепты тәҡдим итәбеҙ.

Кәрәк:
3 кг помидор. Итләсерәк помидорҙар яҡшы була.
1 баш эре һуған;
1 баш һарымһаҡ;
3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо;
2 сәй ҡалағы тоҙ;
1 сәй ҡалағы ҡоро горчица порошогы
50 мг 9 процентлы аш һеркәһе;
0,5 сәй ҡалағы ҡара борос;
1 лавр япрағы.

Помидорҙарҙы йыуып, иттартҡыстан сығарабыҙ. Һарымһаҡ менән һуғанды ла иттартҡыстан сығарырға кәрәк. 

Тѳбө ҡалын кәстрүлгә помидорҙарҙы,  һарымһаҡ менән һуғанды һалып, бешерергә ҡуябыҙ.  Помидорҙар ҡайнап сығып, Бер нисә минуттан үтә күренмәле һыуы айырыла башлағас, ваҡ тишекле иләкте батырып, сама менән 0,5 литр һыуын аш сүмесе менән һѳҙөп алабыҙ. Помидорҙар һыулыраҡ булһа, күберәген дә алырға мѳмкин. 10 минуттан утты һүндереп, бешкән помидорҙарҙы блендер мелән ваҡлайбыҙ. 

Ваҡланған помидорҙарҙы ваҡ иләк аша һѳҙәбеҙ. Блендер менән иҙгәс, бик тиҙ тѳшөп бөтә ул. Иләктә ҡалғанын да ҡалаҡ менән яҡшылап баҫҡалаһаң, орлоғо һәм ҡабыҡлары ғына ҡала. 

Әлеге массаны ҡабаттан кәстрүлгә һалып, ҡайнатып сығарабыҙ. 3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 2 сәй ҡалағы тоҙ, ярты сәй ҡалағы борос (кәмерәк тә һала алаһыҡыҙ),  горчица порошогы, 1 лавр япрағы, 50 мг аш һеркәһен һалып, тағы 7 минут самаһы бешерәбеҙ ҙә, һүндереп, парланған быяла банкаларға тултырып, ҡалай ҡапҡас белән ябабыҙ. 0,5 литрлы 3 банка сыға. 

Бик тәмле, ҡуйы килеп сыға. Эшләүе лә тиҙ. 

Тулырак: http://syuyumbike.ru/news/salat/20-minutta-zer-bula-torgan-ketchup

 

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас