Даирә
0 °С
Облачно
Төрлөһөнән
8 Августа 2021, 03:35

Өс йөк машинаһы бәрелешеп...

Әлеге ваҡытта М-5 трассаһының бер өлөшө ябылған. Асыҡланыуынса...Тулы текст сайтта: 

Добавить в предпочтительные источники Google
Өс йөк машинаһы бәрелешеп...Өс йөк машинаһы бәрелешеп...
Өс йөк машинаһы бәрелешеп...

Кисә кискә ҡарай Башҡортостанда, М-5 Һамар - Өфө - Силәбе автомобиль юлының 1473-сө километрында ҡурҡыныс авария теркәлде. Бында бер юлы өс ҙур йөк машинаһы: ике КамАЗ һәм "Вольво" автофураһы бәрелеште. Авария Өфөнән алыҫ түгел урында булған. 

Бәхеткә күрә был аварияла һәләк булғандар юҡ. Әммә бер машинан йөк ҡойолоуы, икенсеһенең яртылыш ауыуы сәбәпле, трассаның бер яғына юл тулыһынса ҡапланған. Урынға ҡотҡарыусылар килгән, янғын һүндереүселәр юлға һыу ҡойған. 

Авария эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөр һәм юлды асыр өсөн ЮХДДИ һәм юл хеҙмәттәре эшләй. Шөкөр, ҙур машиналар араһына еңел автомобиль килеп инмәгән. Ул саҡта авария һөҙөмтәләре күпкә ҡурҡынысыраҡ булыуы ихтимал ине.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-08-07/s-y-k-mashina-y-b-releshep-2454149?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас