Улар күптәрҙе һоҡландырырлыҡ, хатта көнләштерерлек матур пар ине. Мәктәптә башланған дуҫлыҡ тора-бара ялҡынлы мөхәббәткә әүерелде, Йәмил менән Диана институтты тамамлап, диплом алыу менән өйләнешкәс, бер кем дә ғәжәпләнмәне.
Зәңгәр күҙле, үткер телле, йөҙөнән йылылыҡ, ихласлыҡ бөркөлөп торған егетте кем үҙ итмәһен, һәр ерҙә ҡолас йәйеп ҡаршы алдылар, ышаныслы булғаны өсөн ихтирам менән ҡаранылар. Диананы яратҡаны йылмайыу балҡыған йөҙөндә, уға булған һәр һүҙендә, ҡылығында сағыла. Ә бит һөйгәне сағыу сибәр ҙә, студент тормошонда әүҙемлек күрһәтеп, төрлө сараларға ҡыҫылып барғандарҙан да түгел. Моңһоу ҡарашлы, баҫалҡы, ҙур күҙҙәре магниттай үҙенә тартҡан ҡыҙҙы Йәмилдең үлеп яратыуы һәр кемгә билдәле ине. Тыныс холҡо, аҡыллы фекер йөрөтөүе менән Диана иптәштәре араһында абруйлы булды. Бәхәс тыуһа, нимәнелер хәл итергә кәрәкһә, тап уға мөрәжәғәт иттеләр, уның тәҡдименә таяндылар. Ғәҙеллек илсеһе, тип йөрөттө дуҫтары уны принципиаль, бер һүҙле булыуына ишаралап.
Йорттарын йәмләп, ҡыҙҙары Дилбәр донъяға килгәс, тормоштары тағы ла түңәрәкләнгәндәй, яңы буяуҙар менән балҡығандай тойолдо. Бергә үткән 16 йыл ғүмер “һә” тигәнсә елеп уҙҙы ла китте...
Бына ете йыл инде ҡатынының Йәмилде мәңгелеккә ташлап китеүенә. Көтмәгәндә ауыр сирҙән, һулыған гөл төҫлө хәлһеҙләнеп, йәшәүҙән төңөлә барған ҡатынына нисек ярҙам итергә белмәй аҙарынған ир табиптар әйткәндең бөтәһен дә эшләргә тырышты. Тик сир барыһынан да көслөрәк, аяныслыраҡ булып сыҡты. Яҙҙың йәмле көндәренең береһендә Диана менән ғүмергә хушлашырмын тип кем уйлаһын! Донъяның йәме, аш-һыуҙың тәме китте... Ҡалайтаһың, тереләргә йәшәргә тырышырға кәрәк. Ҡыҙы ла яйлап әсәһен юғалтыуға күнде, “мотлаҡ табип буласаҡмын” тигән һүҙендә ҡаты торҙо, мәктәпте тамамлау менән медицина институтына уҡырға инде.
Бушап ҡалған фатирҙа Йәмил йәм тапмай, ваҡытын күберәк эшендә үткәрергә тырышты. Предприятиеның техник бүлеге етәксеһе вазифаһы мәшәҡәтле, күп ваҡыт талап итеүе менән уны сыбалсыҡ уйҙарҙан бер ни тиклем ситләтте. Коллективтағы яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ ирҙең зәңгәр күҙҙәренә моңһоулыҡтың мәңгегә оялауы, үҙенә йомолоуы, көләс йөҙҙәрҙең етдиләнеүе менән килешә алмай, уны төрлөсә әүрәтергә, тәмле-татлы аҙыҡтар менән һыйларға, иғтибар менән солғарға тырышты. Йәмил уларҙың үҙенә ҡарата һәйбәт мөнәсәбәтен баһалаһа ла, береһенә лә өҫтөнлөк бирмәне.
Бер саҡ ул, тыуған көндө билдәләүҙе артыҡ өнәмәһә лә, хеҙмәттәштәренең һүҙен йыҡмай, уларҙы кафеға байрам итергә саҡырҙы. Бик күңелле ултырҙылар, хатта Йәмил дә элеккесә асылып китте. Хеҙмәттәше Светлана үҙен өйгә оҙатыуҙы һорағас, сәбәп-фәлән эҙләп баш тартып маташманы. Ярайһы ғына күңелләнеп алған ҡатын эсен бушатырға тартынманы, уның тураһында кем нимә уйлай, теҙҙе лә һалды. Йәмил үҙенең “сухарь”, “һуҡыр бүкән”, "эре бәрәңге” икәнен белде, тирә-яғындағы ҡайһы бер аҫыл заттың уның иғтибарына зар-интизар булыуын, иғтибар күрһәтеүен көтөүен ишетте. Бына һиңә кәрәк булһа! Ысынлап та, “һуҡыр бүкән” икән шул, эргә-тирәңдә һине энә-ебеңә саҡлы тикшерһендәр ҙә, шуны белмә, күрмә, имеш! Рәхмәт инде Светланаға, күҙҙе асҡанына.
Хеҙмәттәшен оҙатып ҡуйып, ҡайтырға йүнәлгәс, супермаркеттан сыҡҡан ҡатындың пакеттары өҙөлөп китеп, ҡыҙыл алмаларҙың асфальт юлға сәселгәнен абайлап, ир машинаһын туҡтатырға мәжбүр булды. Икәүләп алмаларҙы йыйып бөткәндән һуң эйелгән баштарҙы күтәргәс, йылмайышып, бер-береһенә ҡарашып көлөшә башланылар.
- Эй рәхмәт инде һеҙгә, ярҙам иттегеҙ! Бындай уңайһыҙ хәлгә ҡалған юҡ ине әле, - тип ҡатын ҙур ҡуңыр күҙҙәрен иргә төбәне. Йәмил баҙап ҡалды, был төпһөҙ күҙҙәрҙе, таныш ҡарашты ҡайҙа күргәнен иҫенә төшөрөргә тырышты.
Ҡатындың ҙур пакеттарын өйөнә илтеп ҡуйырға булды. Алыҫ булмай сыҡты Асияның йәшәгән йорто. Иртәгә тыуған көнө икән, балалары, әсәһе ҡунаҡҡа киләсәк. ”Ҡотлайым байрамығыҙ менән! Ә бөгөн минең тыуған көнөм”, - тигәс, ҡатын бер аҙ ышанмаған төҫ менән Йәмилгә ҡараны. Уныһы балаларса бер ҡатлылыҡ менән кеҫәһенән паспортын сығарҙы: ”Юҡ, шаяртмайым, ысынлап та, бөгөн минең тыуған көнөм!” - тине шатланып ир. “Әйҙәгеҙ, улай булғас, иртәгә тыуған көндө бергә үткәрергә килегеҙ”, - тип саҡырҙы Асия.
Өйгә ҡайтҡас, Йәмил тағы ла был төпһөҙ, берсә моңһоу, берсә йылылыҡ бөркөлгән ҡарашты күҙ алдына килтереп, бындай оҡшашлыҡҡа шаҡ ҡатты. Хас та ҡатыны Диананың ҡарашы кеүек, шуға таныш булып тойолған да. Йәмил Асияның тыуған көнөнә ҡатыны яратҡан аҡ раузалар гөлләмәһен алып килде. Ул үҙен элеккесә ышаныслыраҡ, дәртлерәк тойҙо, ҡайҙалыр юғалған йылылыҡ тойғолары, энергия ҡайта башлағандай... Иғтибарлы хеҙмәттәштәре лә етәкселәренең тормошондағы көтөлмәгән үҙгәрештәрҙе һиҙмәне түгел, күҙҙәре баҙлап янған, көләс йөҙөнән йылмайыу китмәгән, шаяртырға әүәҫ хужа өсөн шат ине улар. Ҡатын-ҡыҙ затынан йәшереп буламы, улар иң күҙәтеүсән, һиҙгер йән эйәләре бит. Һығымтаны тиҙ яһанылар – начальник ғашиҡ булған!
– Йәмил, һине миңә Хоҙай үҙе ебәргәндер, - тине Асия яңыраҡ һөйләшеп ултырғанда. – Ирем менән аварияға эләккәндән һуң яйлап иҫемә килгәндә тап һиңә оҡшаған кешене яҡты коридор башында күреүемде хәтерләйем. Бергәләп ерҙә сәселеп ятҡан алмаларҙы йыйғанда, мин һине танып, аптырауҙан көлдөм дә көлдөм. Рәхмәт һиңә...
Йәмил уның ни өсөн рәхмәт әйтеүен аңламаһа ла, был һүҙҙәр ҡанатландырҙы, күңелгә май булып яғылды. Илле йәшең тулып килгәндә яңы тормош башлау өсөн бик кәрәкле, ҡәҙерле һүҙҙәр...