Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Июль 2021, 14:07

“Ҡыҙыма нисек аңлатырға?”

"Ябығырға кәрәк тип уйлар инең, был уға һис кәрәкмәй..."Тулы текст сайтта:

“Әле – йәшелсәнең, емеш-еләктең мул сағы. Йәнең теләгәнен йыбанмай йыйып аша ғына! Һүҙ ҙә юҡ: был ваҡытты файҙаланып ҡалырға, организм өсөн витаминдар туплап ҡалырға, ҡурай еләген дә, сейәһен дә, көртмәлеһен дә – барыһын да ашап ҡалырға кәрәк. Өҫтәүенә, әле баҡса тулы ҡыяр-помидор, кишер, сөгөлдөр, укроп-петрушка һәм башҡалар тигәндәй.
Балаларымды кинәнеп ошо тәбиғәт, баҡса байлыҡтары менән һыйлайым. Бынан тыш, иттән дә төрләндереп манты, билмән, голубцы, борщ, щи, туҡмас та әҙерләп ашатырға тырышам. Тик бына күптән түгел 14 йәшлек ҡыҙым ит ашауҙан баш тарта башланы. Әхирәте менән икеһе вегетариан тормош алып барырға һөйләшкәндәр икән. Ярай, был хәл оҙаҡҡа бармаҫ, туҡтар, тип уйлағайным. Юҡ, бер ай үтеп бара инде, ҡыҙым әле һаман итле тәғәмде ауыҙына ла ҡапмай. Ябығырға кәрәк тип уйлар инең, был уға һис кәрәкмәй. Ҡыҙымдың итһеҙ йәшәүен күҙ алдына килтерә алмайым. Үҫеп килгән организмаға ите лә, һөт аҙыҡтары ла, йәшелсә-емеше лә – төрлө витаминдар сығанағы – кәрәк, тип уйлайым. Был хаҡта ҡыҙым менән һөйләшеп тә ҡараным, тик нисек уға ныҡлап аңлатырға, еткерергә? Йәш булғас, сәләмәтлек өсөн иттең дә файҙалы икәнлеген уйлап бирмәй, ахыры. Ә һеҙ ҡыҙымдың ҡылығы тураһында нимә әйтерһегеҙ? Үҫмерлек осороноң сираттағы көйәҙлеге генәме икән был хәл? Бәлки, берәй кәңәш бирерһегеҙ?
Зәлиә. Нефтекама ҡалаһы”.
Фото: kidspower.ru
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/i-ima-nisek-a-latir-a-849211/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: