Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Июль 2021, 16:03

10 йәшлек малай токтан һуғылғандан һуң реанимацияға

Балалар яланда футбол уйнап йөрөгән булған.Тулыһынса:

«Башинформ» хәбәр итеүенсә, хәл Туймазы районындда булған. Токтан һуғылған 10 йәшлек малайҙың ҡул суғы йәрәхәтләнгән. Әле өсөнсө класс уҡыусыһы табиптар күҙәтеүе аҫтында реанимацияла ята.

«Балалар яланда футбол уйнап йөрөгән. Ниндәйҙер мәлдә, уйын ваҡытында, туп трансформатор щитына эләккән. Бала уны алырға менеп киткән. Шаһиттарҙың күҙ алдында уны ток һуҡҡан. Ваҡиға урынына ашығыс ярҙам саҡырғандар. Малайҙы дауаханаға алып киткәндәр», — тине мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.
Автор:Загида Мусина
https://shonkar.com/news/be-g-ya-alar/2021-07-08/10-y-shlek-malay-toktan-u-yl-andan-u-reanimatsiya-a-el-kk-n-2400591?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: