Даирә
+6 °С
Облачно
Төрлөһөнән
5 Июля 2021, 08:59

– Ҡыҙым, ҡайҙан ҡайтып киләһең? Ғәлимулла ағайыңды күрмәгәнһеңдер инде?

Мең мәртәбә яңғыраған, үҙәктәремде өҙгән ошо һорауҙы бирәһен белһәм дә, нимә тип яуап бирергә белмәй ҡаушап, һүҙһеҙ ҡалам.

«...Һеҙҙе көтә-көтә күпме
Керпектәр сыланғандар».
(«Хәбәрһеҙ юғалғандар» йыры)
Ҡасан ғына ҡайтып керһәң дә, Сара әбейҙе ауыл осонда осратаһың. Әйтерһең дә машинанан төшөп ҡалыуыңды ғына көткән. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына атлап яныңа килеп етә. «Ни әйтергә теләгәнемне беләһең инде», – тигән һымаҡ, бер аҙ күҙгә ҡарап тора.
Кисен ҡайтаһыңмы һин, күҙ бәйләнгәсме, барыбер танып алып: «Ҡыҙым», – тип, исемеңде ҡушып өндәшә.
Ауылдағы бөтә кешенең дә исемен белә ул. Урамда уйнап йөрөгән ыбыр-сыбырҙы ла һанлап һөйләшә, уларҙың уйындарына ҡыҙығып ҡарап тора, үҙҙәрен тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Үҙе лә шул сабыйҙар һымаҡ шатлана, бер ҙә тартынмайынса, ҡулдарын сәпәкәйләп көлә.
Бөгөн дә Сара әбей ҡаршы алды мине.
– Ҡыҙым, ҡайҙан ҡайтып киләһең? Ғәлимулла ағайыңды күрмәгәнһеңдер инде?
Мең мәртәбә яңғыраған, үҙәктәремде өҙгән ошо һорауҙы бирәһен белһәм дә, нимә тип яуап бирергә белмәй ҡаушап, һүҙһеҙ ҡалам. Сабыйҙарса бер ҡатлы, гөнаһһыҙ, өмөт сатҡыһы менән йәшәүсе был ҡарсыҡты иркә һүҙҙәр менән йыуатҡым килә. Түгелергә торған мөлдөрәмә һағыш тулы зәп-зәңгәр күҙҙәре тотош йәш пәрҙәһе аша ҡарайҙар. Ләкин ул бер ҡасан да иламай. Йәш сағында күп илап, йәше кипкән, тиҙәр. Был юлы ла:
– Шулай инде, балам, ҡайҙан юлдағы бар кешене осратып бөтөрәһең ти. Ҡайтыу хәбәрен ишеткәнгә күрә генә сыҡҡан инем, – тип кенә ҡуйҙы. Әммә өмөт саткыһы һүнмәгән күҙҙәрен минән алманы.
Был һағышлы күҙҙәргә ҡарау шул тиклем ауыр, улар һине үтәнән-үтә күрәләр һымаҡ. Хәтере уҙған быуатта аҙашып ҡалған ҡарсыҡтың әрнеүле, һағышлы һәм өмөт мелән тулы ҡарашынан юғалып ҡалам.
...Быйыл ураҡҡа Ғәлимулла менән бергә сығарбыҙ, тип һөйөнөп йөрөй ине Сара. Бергә-бергә эшләүе күңеллерәк булыр тип хыялланды.
Ләкин юрағаны юш килмәне шул. Һуғыш башланып, бөтә хыялдарын емереп ташланы. Ғәлимулла фронтҡа киткәндә ҡыр ҡапҡаһы янында айырылыштылар.
– Мин ҡайтырмын, Сара, яман хәбәрҙәр килһә, ышанма! Мин ҡайтасаҡмын. Балаларға әйт, көтһөндәр, өмөтһөҙлөккә бирелмәгеҙ! Ошо ҡыр ҡапкаһында осрашырбыҙ, – тине.
Урағын да яңғыҙ урҙы, үгеҙ егеп һуҡа һуҡалап, сәсеүен дә яңғыҙ ғына сәсте Сара. Иң ауыр йылдарҙа ла түҙҙе, балаларын ас итмәне. «Яңғыҙ түгел, ил менән бит», – тип, сабыр итте. Тик Ғәлимуллаһының ғына: «Мәскәү янында һуғышабыҙ. Мәскәүҙән бер аҙым да артҡа сигенмәйбеҙ», – тигән бер генә хаты килде лә, һыуға төшкәндәй юҡ булды. Әммә Сара өмөтөн өҙмәне.
– Гел генә хат яҙып торорға... һуғыш бит, ваҡыты ла юҡтыр, үҙе ҡайтып етәр әле бына, – тип, аталарынан хәбәр көткән балаларын йыуатты. Яу ҡырынан килгән ҡара ҡағыҙға лә ышанманы. Эсен ут алһа алды, әммә тышҡа сығарманы. «Үлде» тип яҙмағандар бит, «Хәбәрһеҙ юғалды» тигәндәр. Күрше ауылдан Ғәйнетдин, «үлде» тигән хәбәре килеп тә, иҫән килеш ҡайтып керҙе әле. Яраланған ғына булған. Ғәлимуллаһы ла иҫәндер. «Көтөгөҙ, ҡайтам!» – тине бит...
Бөтмәһә дә бөтмәй икән кешелә сабырлыҡ, һүнмәһә лә һүнмәй икән өмөт. Улдары-ҡыҙҙары үҫеп етеп тормош ҡорҙолар, ейәндәре итәгенә менде. Улары ла буй еткерҙе. Әммә Ғәлимуллаһын көтөүҙән туҡтаманы, ҡыр ҡапкаһынан күҙен алманы. Ауылға ҡайтҡан бер кешенән: «Күрмәнегеҙме?» – тип һораштырҙы.
Ял көндәрендә иртән үк матур кейемдәрен кейә лә, үҙ алдына һөйләнеп:
– Бөгөн Ғәлимулла тәғәйен ҡайта, хәбәре бар. Ауыл башына сығып торам әле, – тип, ҡабаланып ҡыр ҡапҡаһына сығып баҫа.
Ҡаланан ауылға ҡайтыусы бар кешенән һораштырып, барлыҡ машина-тракторҙарҙы ҡаршылап, тамам ҡараңғы төшкәс кенә өйөнә ҡайтып китә.
Икенсе ялда тағы ҡыр ҡапҡаһын һаҡлай. Ҡыш тимәй, көҙгө-яҙғы ямғыр тимәй, туңһа ла, һыуланһа ла, ҡыр ҡапкаһында баҫып тора.
Ҡайһы бер көндәрҙә мул итеп ризыҡ бешерә лә, ашъяулыҡҡа төрөп, көйәнтәһенә аҫып, ҡырға сығып китә. Ҡайҙа бара ул, кемгә илтә ризыҡтарын, Бер кем дә белмәй.
– Кисә ҡайҙа барған инең, Сара апай? – тип һораусыларға, ихлас күңелдән:
– Ғәлимулла ағайығыҙҙың хәлен белеп ҡайттым әле, – тип яуап бирә.
Ни генә һөйләһәләр ҙә, Сара ҡарсыҡтың зәңгәр күҙҙәренең нуры китмәне, йүләрлек төҫмөрө кермәне. Биш ваҡыт намазын уҡып, ауырып киткәндәрҙе доға менән өшкөрөп, ярҙам күрһәтеп ғүмер итте. Әммә ял көнә еттеме, ҡыр ҡапҡаһына сығып, яуҙан ҡайтҡан ирен көтөү ғәҙәте һәр аҙнаны ҡабатлана торҙо.
– Ниңә өйөңдә генә ултырмайһың, бында тиклем ҡайтһа, ауылға үҙе лә керә бит ул, – тип әйтеүселәр ҙә булғыланы. Ундайҙарға ул:
– Көтөп-көтөп тә күрмәй ҡалырмын тип ҡурҡам, аңламайһығыҙмы ни һуң? – тигән һымаҡ аптырап ҡарай ҙа, һүҙһеҙ генә китеп бара.
Әммә берәү ҙә уға: «Ғәлимулла ағай һәләк булған, ҡайтмай инде, көтмә!» – тип әйтергә батырсылыҡ итмәй.
Беләләр, иренең Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғанына бер кем дә ышандыра алмаясаҡ Сара ҡарсыҡты. Ул уның хәтерендә иҫән килеш йәшәй. Йәше түгелергә торған мөлдөрәмә күҙҙәр уны тере итеп күрә, был йөрәк уны иҫән итеп уйлай, һагына. Хәҙер ҙә ана, минең: «Юҡ осраманы шул, бәлки, һуңыраҡ ҡайтыр», – тигәнемде тыңлап та бөтөрмәйсә, машинанан төшөүсе икенсе төркөмгә табан китте.
Балалар, Ғәлимулла ағайығыҙ ҡайтып килә, тип ишеткән инем, осратманығыҙмы? – тигән һорауы ишетелде уның.
Рәсимә Ғәрифуллина.
http://syuyumbike.ru/news/proza/nik-kaytmyysy
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас