Бындай битлектәр тирене дымландыра, уның торошон яҡшырта, майланыуҙан һаҡлай.
Битлек өсөн алынған емеш-еләкте бер төрлө масса итеп иҙергә һәм шунда уҡ ҡулланырға кәрәк. Һөҙөмтә яҡшыраҡ булһын тиһәгеҙ, даими, йәғни көн аша эшләгеҙ. Уларҙы биттә 15-20 минут тоторға, һылар алдынан мотлаҡ ҡул һыртына һөртөп, тәндең реакцияһын тикшерергә кәрәк.
Ниндәй емеш нисек тәьҫир итә?
Ҡурай еләге тиреләге таптарҙы ағарта, арығанлыҡ һыҙаттарын юҡҡа сығара.
Ҡыҙыл ҡарағат киңәйгән күҙәнәктәрҙе тарайта, сәберткән проблемалы тире өсөн файҙалы.
Ҡара көртмәле ҡартайыуға ҡаршы тора ала, ваҡ һәм ҡайһы бер тәрән һырҙарҙы ла тигеҙләй.
Крыжовник та шундайыраҡ һөҙөмтә бирер, тирене кибеүҙән һаҡлай.
Баҡса еләге таптарҙы бөтөрә. Витаминдарға һәм минералдарға бай бындай битлектән һуң һипкелдәр ҙә шиңеп ҡалыр.
Балан битлеге – һытҡыларға ҡаршы шәп сара.
Гөлйемеш бөтә төр тирегә лә бара. Ул бит тиреһен сафландыра, йәшәртә.
Виноград бит тиреһенең төҫөн, торошон яҡшырта.
Ҡыҙыл көртмәле йәшәртеү көсөнә эйә. Ул эренле яраларҙы бөтөрә, бит тиереһен майланыуҙан һаҡлай, яҡшы дымландыра.
Һырғанаҡ коллаген һәм эластин эшләп сығарыу процесын тиҙләтә, һырҙарға ҡаршы көрәшә.
Фото: 101hairtips.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.