Даирә
+33 °С
Ясно
Төрлөһөнән
30 Июня 2021, 06:46
Бөгөн Владимир Путин менән тура бәйләнеште ҡарамай ҡалмағыҙ!
Сара урындағы ваҡыт менән 14:00 сәғәттә башлана.
Бөгөн ил Президенты Владмир Путин урындағы ваҡыт менән 14:00 сәғәттә ил граждандарын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк.
Һәр бер кеше “Москва-Путину” махсус мобиль ҡушымтаһы аша үҙҙәренең һорауын бирә ала, был техник яҡтан эфир ваҡытында студия менән видеобәйләнешкә сығыу мөмкинлеген бирә.
Һорауҙарҙы шулай уҡ
moskva-putinu.ru
(москва-путину.рф),
0–40–40
һанына йәки
8–800–200–40–40
телефонына СМС- йәки ММС-хәбәр итеп ебәрергә мөмкин.
Президентҡа текст йәки видеоһорауҙарҙы “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәре аша ебәрә алаһығыҙ. Программаның рәсми төркөмдәре – –
vk.com/moskvaputinu
һәм
ok.ru/moskvaputinu
.
Һорауҙар 20 июндән ҡабул ителә һәм бөгөн дә тапшырыу тамамланғансы бирергә мөмкин.
Берҙәм үҙәккә Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 8–800–200–40–40 һандарына бушлай шылтырата алаһығыҙ. Сит илдән:
+7–499–550–40–40, +7–495–539–40–40
һандары аша бәйләнешкә инергә мөмкин.
SMS- һәм MMS-хәбәрҙәр
0–40–40
һандарына тик Рәсәй бәйләнеш операторҙары телефондарынан ҡабул ителә. Хәбәр ебәреү бушлай. Һорауҙы рус телендә генә бирергә мөмкин һәм уның күләме 70 билдәнән артырға тейеш түгел.
Тура бәйләнеште Рәсәйҙең үҙәк каналдарынан ҡарай алаһығыҙ.
Фото:
news.myseldon.com
Автор: Рәмилә Мусина.
Автор:
Гульчачак Алачева
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!