Даирә
+6 °С
Облачно
Төрлөһөнән
28 Июня 2021, 09:31
Ярҙамға ашыҡҡан фельдшер һәләк булған
Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы Ҡалтасы районында теркәлгән.
Добавить в предпочтительные источники Google
Кисә төндә Ҡалтасы районында теркәлгән аварияла үҙе ярҙамға ашыҡҡан фельдшерҙың ғүмере өҙөлгән. Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Иҫке Ҡалтасы - Краснохолмский юлының беренсе километрында "Ашығыс ярҙам" машинаһы идара итеүҙе юғалта һәм юлдан оса. Автомобиль түңкәрелә. Руль артындағы 60 йәшлек водитель иҫән ҡала, ә бына уның пассажиры, "Ашығыс ярҙам" фельдшеры, 42 йәшлек ҡатын ваҡиға урынында йән биргән. Осраҡ буйынса тикшереү бара.
Бер тәүлек эсендә республика юлдарында бөтәһе 7 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда бер кешенең ғүмере өҙөлгән, туғыҙы - йәрәхәтләнгән. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Yar-am-a-ashi-an-feldsher--l-k-bul-an-840460/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:
Эльнара Шаймарданова
Читайте нас
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!