Даирә
+27 °С
Ясно
Төрлөһөнән
28 Июня 2021, 09:44
"Эсмә, улым!.."
49 йәшлек вәхши ир әсәһен уҡлау менән туҡмап үлтергән. Асыҡланыуынса...Тулы текст сайтта:
Баш ҡаланың Октябрь районы суды 49 йәшлек Рәйес Фәйзуллиндың енәйәт эшен ҡараған.
Был әҙәм аҡтығы оло йәштәге әсәһен туҡмап үлтереүҙә ғәйепләнә. Башҡортостан судтарының берләштерелгән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылдың ноябрендә ир әсәһенә иҫерек килеш ҡунаҡҡа килгән һәм алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙы дауам иткән. Әсәһе улын аҡылға ултыртырға тырышҡан, эскән өсөн йәне көйөп әрләгән. Бәхәс ҡупҡан. Бер мәл улы әсәһе ҡулындағы уҡлауҙы тартып алған да уның башына, тәненә бар көсөнө һуға башлаған (хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре билдәләүенсә, кәмендә 18 тапҡыр).
Ауыр хәлдәге әсәһен ташлап, ир икенсе бүлмәгә сығып йоҡларға ятҡан. Ауыр тән йәрәхәттәре алған ҡатын шунда уҡ йән биргән.
Ир ғәйебен таныған һәм үкенес белдергән, әммә был ғына хәлде төҙәтмәй шул...
Рәйес Фәйзуллин ете йылға тимер рәшәткә артына оҙатылған. Әлегә хөкөм ҡарары үҙ көсөнә инмәгән.
Фото: rabochy-put.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Esm--ulim-839204/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:
Эльнара Шаймарданова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!