Даирә
+23 °С
Ясно
Төрлөһөнән
28 Июня 2021, 09:33
Ҡатынды йәшен атҡан
Бәхетһеҙ осраҡ бөгөн Ауырғазы районында теркәлгән.Тулы текст сайтта:
Ауырғазы районының урындағы "Аургазинский вестник" гәзите хәбәр итеүенсә, бөгөн райондың Кесе Нуғаҙаҡ ауылы янында фажиғәле хәл теркәлгән. 53 йәшлек ҡатын ире менән урманда ҡайын миндеге әҙерләп йөрөгән мәлдә, ҡапыл сыҡҡан көслө йәшен уттары уға тейә. Шулай уҡ йәшен уттары уның ирен дә ситкә алып осора, ул иҫен юғалта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын ваҡиға урында уҡ йән биргән. Иҫенә килгән ире ҡатынына ярҙамға ашыға, тик һөҙәмтәһеҙ. "Ашығыс ярҙам" хеҙмәткәрҙәренә үлем осрағын теркәргә генә ҡала. Был хәл Аҡкүл янында ял итеүселәрҙең күҙ алдында була.
Әгәр ҙә йәшен ваҡытында һыуҙа булһағыҙ, тиҙ арала күлдән сығырға кәрәк. Шулай уҡ яңғыҙ ағас янына бармағыҙ, мөмкин булһа бина йәки машина эсенә инеп бикләнегеҙ. Янығыҙҙа булған кеҫә телефондарын һүндерегеҙ, эт йәки бесәй янығыҙҙа булһа, уларҙы үҙегеҙҙән йырағыраҡ ҡыуып ебәрегеҙ.
Фото: times.kharkiv.ua
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/atindi-y-shen-at-an-840659/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:
Эльнара Шаймарданова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!