Даирә
+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән
24 Июня 2021, 09:54

Ғүмер хаҡы - 420 мең һум...

Нәфсеңде тыймаһаң да ҡыйын шул... Ҡырын эш ҡырҡ йылдан да һуң беленә, тип юҡҡа әйтмәгәндәр.Тулы текст сайтта:

Былтыр апрель айында Ҡалтасы районында йәшәгән ир күптән түгел вахтала эшләп ҡайтҡан танышының банк картаһында ятҡан аҡсаһын үҙенә алыу өсөн уны үлтергән. Кисә ғәйепләнеүсегә суд була һәм ул 20 йылға хөкөм ителә. Асыҡланыуынса, былтыр 15 апрель көнө вафат булған ир танышына үҙенең шәхси йомоштары буйынса машинаһы менән алып йөрөтөргә һорай. Уныһы күптән түгел йәш ирҙең вахтанан эштән ҡайтыуын һәм банк иҫәбендә байтаҡ ҡына аҡса ятыуын белә. Еңел юл менән байығырға теләгән ир унан ҡотолорға һәм аҡсаны үҙенә алырға уйлай.
Бер ни һиҙмәгән ирҙе урман яғына алып бара һәм уның башына һигеҙ тапҡыр балта төйҙәһе менән һуға. Алынған йәрәхәттәрҙән зыян күреүсе шунда уҡ йән бирә. Аҙаҡ танышының кәүҙәһен урманда ҡалдырып, уның паспортын, телефонын, банк картаһын үҙенә ала. Артабан танышының банк картаһында булған 420 мең һум аҡсаны сисеп, үҙ мәнфәғәттәренә ҡуллана. Улының бер нисә көн ҡайтмауына шикләнеп, әсәһе һәм туғандары уның юғалыуы хаҡында хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә. 20 апрелдән ул хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеген тулыландыра...
Ваҡиға буйынса енәйәт эше асыла. Оператив-тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре үлтереүсенең эҙенә төшөп, уны ҡулға ала. Зыян күреүсегә шулай уҡ үлтергән ирҙең әсәһенә һәм туғанына мораль зыян килтергән өсөн 2,5 миллион һум, урлаған 420 мең һумды һәм ерләү, суд эштәре өсөн киткән сығымдарҙы, йәғни йәнә 500 мең һум аҡсаны ла түләргә тура киләсәк. Кеше көсө менән байығырға теләгән ир терһәген тешләргә риза булһа ла, хәҙер һуң шул...
Фото: "КП-Өфө баҫмаһы"
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/mer-ha-i-420-me--um-836499/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас