Килен ҡыҙ булмай. Был әйтемде барығыҙҙың да ишеткәне барҙыр, моғайын. Дөрөҫ әйтә халыҡ, берәү ҙә киленен дә, кейәүен дә үҙ балаһы кеүек ярата алмай. Ҡәйнә менән ҡайны ла үҙ ата-әсәйең кеүек үк түгел. Ләкин яратыуға алмашҡа хөрмәт тигән хис тә бар бит әле. Һиңә насип йәрҙе табып-үҫтергән, тәрбиәләгән кешене нисек хөрмәт итмәҫкә мөмкин? Ә балаңды яратып килгән, уның тормошон йәмгә төргән ҡыҙҙы нисек үҙ итмәҫкә? Кем белә, бәлки, ҡартлығыңда нәҡ бына ошо киленеңдән изгелек күрерһең?
Мәсрүрә, ишек алдына кергәндә, килене бауға элгән керҙәр араһынан бер таҫтымалға ҡулын һөрттө лә, бысраҡ йәбешкән ялтырауыҡлы галоштары менән һап-һары күтәрмәгә үк менеп китте. Артынан кереп килгән күршеһенең был ҡыланышҡа иҫе китте:
– Мәсрүрә апай, ни эшләүең был? Йыуылған күтәрмәгә...
– Йыуылһа һуң! Тағы йыуыр, эше шул!
– Әҙрәк киленеңә рәхмәт әйтергә лә өйрәнергә кәрәк инде...
– Ә беҙгә кем рәхмәт әйткән?! Әле өйгә үк кереп китмәгәнгә рәхмәт әйтһен. Мин килен булып килгәс, ҡәйнәм менән ҡайным сабаталарын түрҙәге һикегә ултырып һала ине.
– Ул ваҡытта заманаһы шул булған инде... Һеҙ ҙә түҙемлерәк булғанһығыҙҙыр. Хәҙерге килендәр ундайға оҙаҡ түҙмәй, малайыңды алды, сыҡты китте булыр
– Һе! – Әйттең һүҙ тигәндәй, Мәсрүрә апай ҡулын ғына һелкеп ҡуйҙы.
Бер күреүҙән үк өнәмәне ул улының ҡатынын. Бындай һары бисураға тип үҫтермәне ул һыу һөлөгөндәй улын! Уның улы һинд киноһы артистарына тартым: ҡап-ҡара ҡашлы, ҡап-ҡара мыйыҡлы, ҡарға ҡанатылай ялтырап торған ҡап-ҡара сәсле! Ә был нимә инде! Ни буйы, ни сәсе, ни матурлығы!
«Тьфү»! – Мәсрүрә апай, үҙе лә һиҙмәҫтән, төкөрөнөп үк ҡуйҙы. Ҡәйнәһе менән ҡайныһын уятмаҫ өсөн, балаҡайын тәҙрәнән төшкән ай яҡтыһында биләп, илағанда тиҙерәк юрғанға урап өй алдына алып сығып китеп үҫтергән улына бындай ҡатын теләнеме ни ул? Уның килене яҡын-тирәнең иң сибәр, иң уңған ҡыҙы булырға тейеш ине. Юҡ, һайлай белмәне ҡатынды! Имеш, уҡыған ҡыҙ! Ни эшләйһең уның уҡыған булыуы менән, ауылда барыбер белеме буйынса эшләргә эш юҡ бит уға!
Мәсрүрә апай плиталағы кәстрүлде асып ҡарамаҡсы ине, тотҡаһына ҡулы бешеп, ҡапҡасты иҙәнгә ырғытты. Ҡалай ҡапҡас тәгәрәп барҙы ла, тупһаға бәрелеп, майлы яғы менән иҙәнгә ҡапланды. Апайҙың быға иҫе лә китмәне. «Алыр ҙа йыуыр, башҡа бер эше лә юҡ! Беҙҙең кеүек иртәнге өстән тороп фермаға һыйыр һауырға йүгермәй!» Шулай тип уйланы ул эсенән. Ғөмүмән, уның фекеренсә, хәҙерге килендәр йомортҡа эсендәге һары кеүек кенә йәшәүселәр. Кер йыуабыҙ тигән булалар. Машина йыуа бит уны! Иҙәнде лә элекке кебек ышҡып йыуаһы юҡ – һөрттөң, алдың!
Йәш килен булып килгән саҡтарын хәтерләй әле Мәсрүрә апай. Бәләкәй генә өйҙә 11 кеше йәшәне улар. Барыһы ла мунса кереп бөткәс, кис ҡараңғыла ҡул менән йыуар ине 11 кешенең керен. Иртәнгә ҡалдырырға ярамай – мунса ҡаҙанындағы һыу һыуына. Уны тағы яғып йылытырға утындың бик иҫәпле саҡтары. Тракторсы иренең майлы телогрейкаларын һыуҙан һөйрәп алырға көсө етмәй ине Мәсрүрәнең. Интегеп йыуып элгән керҙәрен ҡәйнәһе килеп еҫкәп кенә ҡарар ине лә, «һабынын бөтөрмәгәнһең!» тип, тетмәһен тетәр ине. Ай уҫал ҡарсыҡ та ине һуң! Әле лә аптырай, нисек ҡурҡмайынса шулар йортона килен булып килгән дә, нисә йылдар буйы шуларға бил бөгөп түҙгән. Әле бит ҡәйнәһенең ҡәйнәһе лә иҫән ине. Береһендә ҡарт ҡәйнәһенең эске салбарын йыуарға һабыны етмәй ҡалды. Шул ыштан менән ҡыйнаған ине ул Мәсрүрәне. Шуларҙы хәтеренә төшөрһә, асыуҙан, үстән эстәре ҡайнап сыға. Ул күргәнде күрһәме был килендәр?!
Юғиһә килене ярамаҫлыҡ ҡыҙ түгел Мәсрүрә апайҙың. Ҡәйнәһе «һары турғай» тип хурлаһа ла, күрше-күлән һоҡланып ҡарай был зәңгәр күҙле, аҡһыл сәсле зифа буйлы ҡатынға. Эшләгән эшен ҡәйнәһе килештермәһә лә, ауылда «уңған» тигән даны бар үҙенең. Ул үҫтергән сәскәләргә уҙып барыусылар һоҡланып үтә. Кергән-сыҡҡан өйҙәрендәге, ишек алларындағы тәртипкә һоҡлана. Бер Мәсрүрә апайҙың ғына күҙенә ен булып күренә ахыры килене.
Мәсрүрә апайҙың үҙен дә ҡәйнәһе ҡара көйөп, йөҙөн емереп ҡаршы алған ине. Еңгәһе ҡулында үҫкән ҡыҙҙың эш рәтен белеүе лә самалы ғына булғандыр. Ни бәйләй, ни сигә белмәй ине. Ҡамыр баҫыу, икмәк һалыу кеүек эштәргә лә яҡын китермәне уны еңгәһе. Быларҙың барыһына ла кейәүгә сыҡҡас, ҡәйнәһенән әр-хур тыңлай-тыңлай өйрәнергә тура килде. Исеменә һәр саҡ «имгәк» һүҙен өҫтәп әйтер ине ҡәйнәһе: «Мәсрүрә, имгәк, тоҙ һалманыңмы әллә икмәк ҡамырына?» «Имгәк, нимә ҡарап көйҙөрҙөң был бәлеште?» Үҙҙәре йорт һалып, башҡа сыҡҡас ҡына ҡотолдо был мәхшәрҙән. Ҡотолдо тип, минут һайын семетеп тороуҙар бөтһә лә, ҡәйнәһенең зәһәре унда ла етте.
Ҡасандыр 11 кеше йән аҫраған йортта бер заман ҡәйнәһе бер үҙе ултырып ҡалды. Ҡартайҙы, ғәйрәте бөтте... Башта быуындары тыңламаҫ булды, күҙҙәре күрмәй башланы. Урындағы ҡарсыҡты ҡарау ауылдағы киленгә – Мәсрүрәгә күберәк тура килде. Быға тиклем: «Ҡыҙҙарым ҡарар, һиңә ялынып килмәм», – ти ине ҡәйнәһе. Ауырый башлағас, ҡыҙҙарҙың үҙ тормоштары булыуы, береһенең дә эшен ташлап ҡайта алмауы асыҡланды. Дөрөҫ, ялдарҙа ҡайтҡыланылар, ҡараштылар. Әммә айҙың көнө 30 бит уның. Ни эшләйһең, тешеңде ҡыҫып булһа ла, ҡайнар ризығыңды алып килеп ашатаһың, аҫтын таҙартаһың... «Имгәк» тигән тәмһеҙ һүҙҙәрҙе онотто ҡәйнәһе, һуңғы йылдарҙа гел «Мәсрүрә» тип кенә торҙо. Үләр алдынан килененә «әсәй» тип өндәшә башланы хатта. Сабый аҡылы кергән ине инде үҙенә.
Яратмаған килене ҡулында йән бирҙе ул. Ирененә һуңғы тамсы һыуҙы Мәсрүрә һалды.
Шуларҙы күңеленән барлай-барлай тупһанан атлауға ниндәйҙер шыма әйбергә баҫып, тайып китте Мәсрүрә апай. Был теге үҙе атып бәргән кәстрүл ҡапҡасы ине. «Бөттөм, бөттөм!» – тип кенә уйларға өлгөрҙө, башы менән тупһаға килеп төштө.
Килене эштән ҡайтҡансы, шулай ыңғырашып ятты ул. Киң күңелле, мәрхәмәтле ҡыҙ үҫтергәндәре өсөн, уның ата-әсәһенә эсенән генә мең ҡат рәхмәт уҡыны. Ни тиклем хурларға, түбәнһетергә тырышһа ла, килененең уға ҡаршы бер насар һүҙ әйтмәгәненә бына хәҙер генә иҫе китеп, уның ысын баһаһын аңларға өлгөрҙө Мәсрүрә апай.
фото: https://pixabay.com/ru
http://syuyumbike.ru/news/otkrovenie/kartayasy-baryn-onytma