Даирә
+27 °С
Ясно
Төрлөһөнән
16 Июня 2021, 04:28

Ғүмер буйы кешеләргә ярҙам итеп...

84 йәшлек бабайҙы бәрҙереп ҡасҡан егеттәр республикабыҙ районынан булып сыҡты. Асыҡланыуынса...Тулы текст сайтта:

Өфө полицейскийҙары баш ҡала урамында 84 йәшлек пенсионерҙы электр самокаты менән бәрҙергән ике егетте тотҡан.
Күңелһеҙ ваҡиға 12 июндә, байрам көнөндә, теркәлгән. Кис оло йәштәге Роберт Ғәлиәкбәров Октябрь проспекты буйлап йөрөп килергә ниәтләгән. “Мир фирмаһы” туҡталышынан йыраҡ түгел уны йәйәүлеләр юлында юғары тиҙлектә электр самокатында үтеп барған егет бәрҙереп киткән. Эргәһендә дуҫы булғаны ла мәғлүм. Бабай тәгәрәп киткәс, йәштәр уға торорға ярҙам иткән дә... артабан елдергән.
Оло йәштәге кешенең улы Альберт әйтеүенсә, был хәл, киреһенсә, бабайға зыян ғына килтергән: һынған аяғына баҫтырғас, йәрәхәте тағы ла тәрәнәйгән. Һөҙөмтәлә Роберт Ғәлиәкбәровты дауаханаға оҙатҡандар.
Ошо хәлдән һуң ике егетте тотош ҡала буйлап эҙләй башлағандар. Интернетҡа фотолары ла ҡуйылған, хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү эшен башлаған.
Бөгөн иһә бабайҙы бәрҙереп ҡасҡан ике егеттең тотолғаны мәғлүм булды. Был хаҡта республика буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, электр самокатында 21, 23 йәшлек Дүртөйлө кешеләре йөрөгән һәм оло кешегә барып һуғылған. Шуныһы ла мәғлүм булды: 84 йәшлек Роберт Ғәлиәкбәров ғүмер буйы “Ашығыс ярҙам” фельдшеры булып эшләгән, кешеләргә ярҙам иткән. Әлеге ваҡытта ул дауаханала, өс айҙан операция эшләү планлаштырыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы осорҙа электр самокаттарына бәйле күңелһеҙ ваҡиғалар йыш осрай. Шуға күрә һаҡ булығыҙ, ошо транспорт сараһын ҡулланһағыҙ, хәүефһеҙлек сараларын онотмағыҙ!
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/mer-buyi-keshel-rg-yar-am-itep-828110/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас