Даирә
+24 °С
Дождь
Төрлөһөнән
7 Июня 2021, 09:42

Бер ғәйепһеҙгә Хәйретдинде өс йылға төрмәгә ябып та ҡуйҙылар.

Соликамск тигән ҡалала өс йыл ултырҙы ул.

Нисә тапҡыр колхоз рәйесе шул ҡайынға ҡаныҡты.
– Киҫеп ташлағыҙ баҫыу уртаһынан. Шул ҡайынды тирәләп йөрөргә тейештәрме ер һөрөүселәр? Күҙгә төшкән аҡ тап булды бер. Берәй көндө барып үҙем киҫеп ауҙарам инде! – тип екеренде.
Әммә бер кемдең дә ҡулы күтәрелмәне.
Бынан күп йылдар элек мелиораторҙар баҫыуҙарҙы үҫкән ағастарҙан таҙартҡанда, тракторсы Хәйретдин һаҡлап ҡалған ине ул ҡояшҡа күтәрелеп килгән үҫентене. Нәҡ шул урында туҡтап әбит ашанылар, йәшел үләнгә аунап тәмәке төтәттеләр. Үҫентегә яҡын яткан йәш егет Хәйретдин һағыҙланып торған япраҡтарҙы һыйпап:
– Үҫһен был, егеттәр. Ер һөргәндә, ашлыҡ урғанда күҙ туҡталыр бер йәшеллек булыр. Төбөнә ултырып бына шулай ял итәрбеҙ, күләгәһендә ултырырбыҙ. Ҡайын тиҙ үҫә ул, бер нисә йылдан күкрәп китәр әле, – тине. Егеттең теләгенә ҡаршы төшмәнеләр.
Шул көндән башлап Хәйретдин үҙ итте был ағасты. Туры килгән һайын туҡтап хәлен белеште, күңелендәгеһен һөйләп бушанды. Башта бер төптән ике үҫенте күтәрелеп килгән төҫлө ине. Береһе баштан уҡ ныҡ булды,тырышып-тырмашып өҫкә үрләне, япраҡтары ла эрерәк ине. Икенсеһенең зәғифлеге күҙгә салынмай ҡалманы. Бер туҡтағанда Хәйретдин уның ҡороғанына иғтибар итте. Шул ваҡиғанан күп тә үтмәне, ҡустыһы Шамил донъя ҡуйҙы. Бала саҡтан сирләшкә булды ул. Табибтар аҡ ҡанлы тип йөрөттөләр үҙен. Һуңынан аңланы Хәйретдин: лейкемия тигән төҙәлмәҫ сир булған ул. Күпме дауахана юлын тапаһа ла, йүнәлә алманы ҡустыһы...
Хәйретдинде армияға һуң ғына алдылар. Егермеһе тулған ине инде. Ул үҫкәндә армия йәшендәгеләр күп булды. Бер өлөшөн шулай һуңлатып та саҡырҙылар хәрби хеҙмәткә. Һуң булһа ла, хеҙмәттең хәтәренә эләкте егет. Шул йыларҙа совет ғәскәрҙәре Афғанстанға инде. Карши ҡалаһында ике ай әҙерлек үткәндән һуң, Хәйретдин иптәштәре менән Кандагар тауҙары тирәһенә килде. Элекке тракторсыға бронетранспортер ышанып тапшырҙылар. Ҡаты һуғыштар барҙы унда, әммә оҙаҡ ҡына ваҡыт Хәйретдиндең һыҙырылған ере лә булманы, Хоҙай һаҡланы. Шунан өйҙән хат килде. Хатта: «... ҡайыныңдың түбәндәге иң ҙур ботағын минлек бәйләргә киҫеп алғандар...» – тигән һүҙҙәр бар ине. Икенсе көндө Хәйретдин йөрөткән БТР минала шартланы. Аңһыҙ егетте вертолет менән Кабулға оҙаттылар. Һуңынан Мәскәү госпиталендә оҙаҡ ҡына дауаланды.
Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡас, ваҡыт табып ҡайын янына барып ултырҙы егет. Ҡайындың япраҡтары лепер-лепер елдә шаулаша. Әйтерһең дә: «Ҡайттыңмы иҫән-һау, Хәйретдин? Ә беҙ һине көттөк бында», –тип әйтәләр.
Бер аҙ ял иткәс, Хәйретдин тағы өйрәнгән эшенә алынды: тракторға ултырҙы. Уртаһында ҡайыны үҫеп ултырған баҫыуҙы һөрҙө-тырмаланы, көҙ еткәс комбайнға күсеп иген урҙы. Яйы сыҡҡан һайын өйрәнгән урынында туҡталды. Шунда күңеленә сихәт таба ине ул.
Бер йылды яңы килгән рәйес ҡайҙандыр кешеләр табып әлеге ҡайынды тростар менән тарттырып ауҙармаҡсы булды. Көслө сылбырлы трактор яман үкереп тә тартып ала алмаған – тамырҙарын тәрән ебәргән ағас. Нимә булып бөтәр ине был хәл, ярай әле ауылдаштары күреп алып теге егетте уңлы-һуллы яңаҡлап аҡылға ултыртҡандар. Икенсе көндө барып күрҙе Хәйретдин : трос киҫеп кереп ҡайынды эштән сығарған ине.
– Терелеп китә алмаҫ, – тинеләр донъя күргән кешеләр.
Ике-өс көн үттеме икән, район үҙәгендә Хәйретдин үҙенең еңел машинаһында аварияға осраны. Бер маңка малай зур тиҙлектә мотоциклы менән уның машинаһы аҫтына килеп керҙе. Матайҙың ҡарарлығы ҡалмаған ине, малай ҙа етди йәрәхәт алған, бер аяғы тубыҡтан түбән һынған. Был осраҡта малай ғәйепле ине. Йәше етмәгән килеш техникаға ултырыуы ла Хәйретдин файҙаһына ине кеүек. Әммә бала милиция начальнигының улы булып сыҡты. Ҙур тауыш ҡупты, әлбиттә. Хәйретдиндән донъяла булмаған ҡурҡыныс енәйәтсе яһанылар. Бар районды шаулатҡан суд булды. Бер ғәйепһеҙгә Хәйретдинде өс йылға төрмәгә ябып та ҡуйҙылар.
Соликамск тигән ҡалала өс йыл ултырҙы ул. Өс йыл ағас ауҙарҙы, ағас ташыны. Уйламаған ерҙән килеп сығарға мөмкин бәхетһеҙлек һәр бәндәгә. Минең менән улай булмаҫ тиергә һис ярамай. Нисек булһа булды, аҙағына тиклем ултырып, тыуған яҡтарға иҫән-һау ҡайтты ул.
Иртә яҙ ине ул ҡайтҡанда. Аяҡ аҫты батҡаҡ әле. Шулай ҙа ашҡынып, ҡара ерҙе иҙә-иҙә, баҫыу уртаһындағы ҡайыны янына китте. Хоҙайҙың хикмәте, терелгән ине рәхмәт төшкөрө ағас, тағы бөрөләнгән, япраҡ ярырға йыйына ине. Хәйретдин ҡайынды һыйпап:
– Маладис, бирешмәгәнһең, ҡайыным. Йәшәйбеҙ әле беҙ, йәшәйбеҙ. Әле алда беҙҙең шаулар саҡтар, – тип һөйләнде.
Унан һуң күпмелер йылдар үтте. Таң атты ла кис булды, эш менән мауығып ғүмер үтә торҙо. Шунан Хәйретдин ҡайынының осондағы ботаҡтары ҡорой башлағанын шәйләп алды.
Юҡҡа ғына булмаған икән был күренештәр. Хәйретдин үҙендә лә бер төрлө үҙгәреш һиҙә башланы. Тамағына аш үтмәй яфаланды ир. Ниндәй ризыҡ ҡапһа ла уҡшый башланы, йөҙө күҙгә күренеп һарғайҙы. Ҡатыны ҡыуып тигәндәй табибтарға ебәрҙе уны. Тикшергәндән һуң, Хәйретдинде дауаханаға һалдылар, кисекмәҫтән операция яһарға кәрәклеген әйттеләр. Имеш, унда ниндәйҙер язва сире башланған,терелеүгә берҙән-бер юл – бысаҡ аҫтына ятыу. Яҡындары менән кәңәшләшкәндән һуң, тәүәкәлләргә булды Хәйретдин.
Операция уңышлы үтте. Тағы бер-ике аҙнанан тып итеп өйөнә ҡайтып етте Хәйретдин. Тағы тәнендә көс, күңелендә дәрт тойҙо ул. Йәшәргә лә йәшәргә әле уға. Ғәҗәп хәл: баҫыуҙағы ҡайын да ҡороуҙан туҡтаны, тағы ла мөһабәтерәк булып ҡояшҡа үрләне. Тирә-яҡҡа йәм биреп үҫеүен белде.
Кемдер әкиәт тиер, әммә кеше менән ағас араһында булған күҙгә күренмәҫ бәйләнеш оҙаҡ йылдар дауам итте әле. Хәйретдин оҙон тормош юлы үтте. Тормошонан ҡәнәғәт ине ул. Кешенекенә ҡыҙыҡманы, алдашманы-урлашманы, эштән ҡурҡманы, балаларын инсафлы итеп тәрбиәләне, мәрхәмәтле яҙмыш: уға ана ейәндәрен дә һөйәргә яҙған икән.
Баҫыуҙағы ҡайын да елдә шығырҙай, ауыр ыңғыраша башлаған ине инде. Япраҡтары ла иртә һарғайҙы һуңғы йылдарҙа...
Бер көн күрше ҡарсығы Ғәйшә апай Хәйретдиндәргә яңылыҡ менән кереп етте:
– Күрше, баҫыуҙағы ҡайыныңды күрмәйем. Әллә ел-фәлән зыян һалғанмы? – тип борсолоуын белдерҙе. Ашығып бәрәңге баҡсаһына сығып китте Хәйретдин, ҡулын маңлай өҫтөнә ҡуйып ҡаршылағы баҫыуға төбәлде. Күҙ күргән тиклем ерҙә бары һары башаҡтар ғына сайҡала ине. Ҡарашты тартып торған ҡайыны юҡҡа сыҡҡан.
Өҫтөнә һырмаһын ғына элеп алды да ҡарт, турынан сығып, ҡулдары менән бойҙай башаҡтарын аралай-аралай, ҡайыны ултырған үргә ашыҡты. Тыны бөтөп килеп етте дуҫы янына. Төбөнән шартлап һынған ине ҡайын, ботаҡтарын яҡ-яҡҡа ташлап, нәҡ кеше кәүҙәһе төҫлө баҫыу өҫтөндә ята ине ул. Йөрәге телгәләнде Хәйретдиндең. Яҡын кешеһен юғалткандай булды ул. Ауыр һулап, ҡайын янына сүгәләне. Бар ғүмерен күҙ алдынан үткәрҙе. Ана йәш кенә егет ут уйнатып ер һөрә. Күңеле ҡанатланған уның, алда бөтмәҫ-төкәнмәҫ ғүмер, гел шатлыҡтарҙан торған тормош. Киләсәктә бәхет көтә ҡосаҡ йәйеп...
– Шулай еттеме беҙҙең хушлашыр минуттар? – тип ҡайынды тып һыйпаны ул.– Ни эшләйһең , кемдән генә ҡалмаған был тормош. Ваҡытында матур итеп китә лә беләйек. Матур итеп йәшәй белдек, береһе лә насар һүҙҙәр менән иҫкә алмаҫ. Һин дә үрнәк булдың. Ел-дауылдарға бирешмәнең, аҙашҡандарға юл күрһәттең, эҫелә күләгәңде бирҙең. Рәхмәт һиңә...
Өйөнә ҡайткас та Хәйретдин мунса яҡты. Һуңынан ауылда йәшәгән улының хәлен белде, ейәндәрен һөйҙө. Йома намаҙына барып ауылдаштарына күренде. Хәҙрәткә мул итеп хәйер бирҙе. Киске сәй артында ҡатынына әйтте:
– Мөршиҙә, рәхмәт, мин риза һинән, яҡшы ҡатын булдың, – тине.
– Нимә һөйләп ултыраһың тағы, ауыҙыңдан ел алһын, – тине Мөршиҙәһе ҡыҙып китеп. Күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты. Мине саҡырҙылар, – тине Хәйретдин тыныс ҡына. – Көндәрем һанаулы. Иртәгә ҡалалағы балаларҙы саҡырып ҡайтарырға кәрәк булыр.
Шунан тыныс ҡына йәйелгән урынына ятты. Белгәндәрен уҡып, Хоҙайҙан ярлыҡауын һорап йоҡлап китте.
Иртән Хәйретдин уянманы.
Читайте нас