Даирә
+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән
3 Июня 2021, 10:20

Себештәрҙе уйнаттыҡ, сиратта – стоматология үҙәгенә сертификат

Матбуғат яратыусы дуҫтарыбыҙ араһында төрлө бүләктәр уйнатырға элек-электән яратабыҙ. 31 майға тиклем квитанцияларын беҙгә ебәреүселәр араһында 15 себеш уйнатыу көнөн көтөп алдыҡ. Шулай итеп, был бүләккә Ибраһим ауылынан Рафаэль Хисамов лайыҡ булды. Ә инде миксер Эльвира Хәмиҙулина (Яңы Бишауыл) өлөшөнә тәтеһә, сәй сервизы Фәйрүзә Ҡотлобаеваға (Ҡарлыман) сыҡты, балалар өсөн самокат Әлфиә Хөснөтдиноваға (Бишауыл-Уңғар) яҙған булып сыҡты.Бүләктәр июнь айы дауамында һәр йомала уйнатыласаҡ. Ә инде “Мир улыбки” стоматология үҙәгенә 4 мең һумлыҡ сертификат эйәһен ай аҙағында асыҡлаясаҡбыҙ. Шуға күрә “Даирә”гә яҙылып, квитанцияларығыҙҙы беҙгә ебәрегеҙ.Әйткәндәй, 7 июндән 17-нә тиклем Бөтә Рәсәй декадаһы иғлан ителә. Был осорҙа һеҙ гәзит-журналдарға арзаныраҡ хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Матбуғат яратыусы дуҫтарыбыҙ араһында төрлө бүләктәр уйнатырға элек-электән яратабыҙ. 31 майға тиклем квитанцияларын беҙгә ебәреүселәр араһында 15 себеш уйнатыу көнөн көтөп алдыҡ. Шулай итеп, был бүләккә Ибраһим ауылынан Рафаэль Хисамов лайыҡ булды. Ә инде миксер Эльвира Хәмиҙулина (Яңы Бишауыл) өлөшөнә тәтеһә, сәй сервизы Фәйрүзә Ҡотлобаеваға (Ҡарлыман) сыҡты, ә инде балалар өсөн самокат Әлфиә Хөснөтдиноваға (Бишауыл-Уңғар) яҙған булып сыҡты.
Бүләктәр июнь айы дауамында һәр йомала уйнатыласаҡ. Ә инде “Мир улыбки” стоматология үҙәгенә 4 мең һумлыҡ сертификат эйәһен ай аҙағында асыҡлаясаҡбыҙ. Шуға күрә “Даирә”гә яҙылып, квитанцияларығыҙҙы беҙгә ебәрегеҙ.
Әйткәндәй, 7 июндән 17-нә тиклем Бөтә Рәсәй декадаһы иғлан ителә. Был осорҙа һеҙ гәзит-журналдарға арзаныраҡ хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас