Даирә
+27 °С
Облачно
Төрлөһөнән
3 Июня 2021, 13:44
Малай авария мәлендә ысынлап иҫерек булғанмы?
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың июлендә Мишкә районында туғыҙ йәшлек малай “УАЗ” машинаһы тәгәрмәсе аҫтында ҡалғайны. Асыҡланыуынса...Тулы текст сайтта:
Туғыҙ йәшлек бала ҡатнашлығындағы ҙур шау-шыу тыуҙырған юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эшенә, ниһайәт, нөктә ҡуйылды. Был хаҡта “КП-Уфа” хәбәр итә. Ғәйепләнеүсе водитель бәләгә тарыған малайҙың ғаиләһе алдында ғәфү үтенгән һәм килтерелгән зыянды ҡаплаған. Уҡыусының ата-әсәһе енәйәт эшен ябыуҙы һораған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың июлендә Мишкә районында туғыҙ йәшлек малай “УАЗ” машинаһы тәгәрмәсе аҫтында ҡала. Малай ныҡ йәрәхәтләнә, сәләмәтлегенә ҙур зыян килә. Әммә шау-шыу ошо йылдың ноябрендә, экспертиза баланың ҡанында алкоголь тапҡандан һуң башлана. Авария мәлендә водителдең айныҡ булыуы асыҡлана. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, бындай һөҙөмтә бала составында этил спирты булған аҙыҡ ҡулланғанда, дарыу зскән осраҡта мөмкин. Эште тикшереүгә Тәфтиш комитеты ла ҡушыла. Билдәле булыуынса, малай бер ниндәй дарыу ҙа эсмәгән һәм авария мәлендә иҫерек булмаған. Был хәл ныҡлап тикшерелгән.Анализ һөҙөмтәләре дөрөҫ түгел тип табылған. Аңлатыуҙарынса, ҡан йыйыу процедураһы дөрөҫ үткәрелмәгән, шуға күрә медицина һөҙөмтәһендә хата киткән. Шулай ҙа була икән...
Фото:NewsBash.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Malay-avariya-m-lend-isinlap-i-erek-bul-anmi-816523/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!