Даирә
+6 °С
Облачно
Төрлөһөнән
3 Июня 2021, 04:20
Эре һарымһаҡ йыйып алғың килһә
Хужабикәләр был ябай ғына алымды иҫләп ҡалығыҙ...
Тәжрибәле баҡсасылар һиҙәлер, быйыл бөтә нәмә иртә өлгөрә. Быға яҙҙың иртә килеүе, май айында көндәрҙең саманан тыш йылы тороуы ла сәбәпсе булғандыр. Күптәрҙең баҡсаларында һарымһаҡтарҙың "уҡтары" барлыҡҡа килгәндер. Көҙ көнө эре һарымһаҡ йыйып алырға теләһәгеҙ, уның “уҡтарын” (стрелка) ваҡытында өҙөп алырға кәрәк. Һарымһаҡты ҡасан йыйып алырға кәрәклеген белеү өсөн бер нисә уҡты һабаҡта ҡалдырһағыҙ ҙа була. Улар өлгөрөп, орлоҡланһа, һарымһаҡты ҡаҙып алырға ла мөмкин тигән һүҙ.
Өҙөп алған уҡтарҙы ташларға ашыҡмағыҙ. Уларҙан ҡышҡылыҡҡа бик файҙалы тәмләткестәр әҙерләргә була. Уларҙы ваҡ итеп турап, банкаға ныҡ итеп тултырып, шул көйө һыуытҡысҡа ултыртырға мөмкин. Ҡыш көнө уны рәхәтләнеп ҡулланаһың йәки ашҡа һалаһың. Ә бына унан эшләнгән пастаны барыһы ла ярата. Уны эшләү өсөн һарымһаҡ уҡтарын ваҡ өлөштәргә турап, блендерҙа ваҡларға кәрәк. Килеп сыҡҡан массаға, тәменә ҡарап, бер аҙ тоҙ һәм 2-3 аш ҡалағы көнбағыш майы ҡушырға кәрәк. Тик быларҙың барыһын да һалҡын урында йәки һыуытҡыста һаҡларға тәҡдим ителә.
Фото:ksew.info
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/Ere-arim-a-yiyip-al-i-kil-816113/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!