Даирә
+21 °С
Облачно
Төрлөһөнән
3 Июня 2021, 04:24

Балтырған ашы бешергәнегеҙ бармы?

Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Шулай уҡ уны һәм кесерткәнде ҡышҡылыҡҡа туңдырып һаҡлау тураһында ла - яҙмалаТулы текст сайтта:

"Һуғыш йылдарында балтырғандың үҫкәнен түҙемһеҙлек менән көтә инек, ул үләндәр беҙҙе аслыҡтан ҡотҡарҙы", - тип хәтирәләргә бирелер ине әсәйем. Шуға ла был аш тәме беҙгә лә бала саҡты хәтерләтә.
Социаль селтәрҙә Гөлшат Ҡунафина балтырған ашы рецебы менән уртаҡлашҡан, уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
"Бер-ике услам балтырған бәбәгенә (сығып ҡына килгән япраҡтары) өс-дүрт картуф, дүрт йомортҡа, бер стакан самаһы он, бер баш һуған, тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ, йәшел һуған, әнис кәрәк.
Кәстрүлгә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ул арала картуф әрсеп турайбыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡан һыуға һалабыҙ. Балтырғанды йыуып һарҡытабыҙ ҙа турайбыҙ. Танһыҡ ҡына хуш еҫе, танауҙы ҡытыҡлап, бар өйгә тарала. Үләндең өҫтөнә өс йомортҡа һытабыҙ һәм яҡшылап бутайбыҙ (ҡул менән ыуалаһаң да була). Картуф бешер алдынан ғына балтырғанды төшөрәбеҙ, һәйбәтләп болғатабыҙ. Йәһәт кенә он иләп, бер йомортҡа һытабыҙ ҙа ыумас ыуабыҙ. Уны ашҡа аҙ-аҙлап ҡына һалабыҙ, туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ. Сосораҡ булығыҙ, бер юлы күп итеп төшөрөп, болғатмай торһағыҙ, уҡмашып ҡуйыуы ла бар! Бер баш һуғанды әрсеп, ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Эре ҡулса итеп ҡырҡһаң да зыян юҡ, әммә ваҡ ҡына итеп тураһаң, ул ашта беленмәй, был бигерәк тә бәләкәс балалары булған ғаиләлә иҫәпкә алына – йәш әсәләр мине аңланы инде. Шунда бер арала тоҙ ҙа өҫтәргә кәрәк. Уныһын инде һәр кем үҙенсә эшләй – кемдер баштан уҡ һала, кемдер иң аҙаҡтан өҫтәй. Утты һүндергәс, аш ҡапҡасы ябылған килеш бер аҙ ғына ултырып торһон.
Хәҙер инде тәрилкәләргә ҡойоп, өҫтөнә һуған ҡыяғы турап, әнис һибеп, берәр ҡалаҡ ҡаймаҡ һалырға ҡалды. Телеңде йоторлоҡ!
Балтырғанды, кесерткәнде ҡышҡылыҡҡа туңдырып ҡуям мин. Уны йыуып, һыуын ҡоротам да, турап, ҡапсыҡтарға бер бешерерлек кенә самалап һалам. Ят еҫ һеңмәһен өсөн яҡшылап бәйләйем. Әйткәндәй, мотлаҡ нимә һалынғаны, ҡайһы йылда йыйылғаны яҙылған ҡағыҙ тығам: барыһы ла иҫтә ҡалыр кеүек тә, алда башланмаған йәй бар бит әле, ни хәтлем йәшел үлән, йәшелсә-емеш туңдыраһы бар. Буталып китеп, аҙаҡтан һәр төйөнсөктө асып ҡарап ултырғансы, баштан уҡ иренмәй генә яҙып ҡуйыуға етмәй инде. Ҡышҡы һалҡында өйҙә яҙ еҫе аңҡытып, ошондай тәмле аш бешереп ашау үҙе ни тора! Яңы йылдан һуң оҙон-оҙаҡ ялда, тәмле-татлы, майлы-майонезлы турамаларҙан ялҡып киткәндә, туңдырғыстағы йәшел тоҡсайҙарҙы иҫкә төшөрәһең дә тиҙ генә аш бешереп ебәрәһең. Эйе, мин был ашты бик тиҙ бешерелгән ризыҡтар иҫәбенә индерәм, ярты сәғәттә әҙер була ул. Ҡыш көнө уны итле һурпаға һалырға ла мөмкин".
Фото: moysad.ru
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Baltir-an-ashi-besherg-nege-barmi-815631/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас