Даирә
+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән
3 Июня 2021, 17:27
"Ҡасан сығыр - белмәйбеҙ..."
Класташтарына бысаҡ менән һөжүм итеп, класта утлы тамуҡ ойошторған үҫмер хәҙер ҡайҙа? Асыҡланыуынса...
Майҙа Ҡазандағы фажиғә тотош донъяны тетрәндерҙе: 19 йәшлек әҙәм аҡтығы Илназ Ғәләүиев бер ғәйепһеҙ балаларҙың, уҡытыусыларҙың ғүмерен ҡыйып, тарихта ҡанлы эҙен ҡалдырҙы. Әле уны төрлө яҡлап тикшерәләр, енәйәтсенең ниндәй яза алырын күҙаллау мөмкин түгел.
Әйткәндәй, ошоға оҡшаш ваҡиға бер нисә йыл элек Стәрлетамаҡта ла булғайны: А. исемле 9-сы класс уҡыусыһы ҡала мәктәптәренең береһендә бысаҡ менән класташтарына, уҡытыусыға һөжүм иткәйне, унан һуң кабинетҡа ут төрткәйне. Бындай хәл Пермь, Улан-Удэ, Силәбе һәм башҡа ҡалаларҙа ла теркәлгәйне.
Енәйәтте тикшергән саҡта балаларҙың Интернеттағы мауығыуҙарына айырыуса ҙур иғтибар бүленергә тейешлеген дә билдәләнеләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, енәйәтсел атрибутиканы, суицидаль кәйефте пропагандалаған сайттар виртуаль киңлектә иҫәпһеҙ-һанһыҙ, психикаһы нығынмаған балалар ошо төркөмдәрҙә күпләп аралаша. Билдәле булыуынса, Стәрлетамаҡтағы үҫмер ҙә үлемде культ итеп күтәргән төркөмдәрҙә торған, мәктәпкә һөжүмде алдан планлаштырған, был хаҡта йәштәштәренә бәйән иткән. Тик... уның яҙмаларын берәү ҙә етди ҡабул итмәгән.
Класташтары өсөн “колумбайн” ойошторған үҫмер әлеге ваҡытта ҡайҙа һуң? Быны “Комсомольская правда” порталы хәбәрселәре асыҡларға тырышҡан. Әйтеүҙәренсә, суд ҡарары буйынса мәктәптә тамуҡ ойошторған уҡыусыны мәжбүри рәүештә дауаланырға ебәргәндәр. Ваҡытын “бер йылға тиклем” тип билдәләһәләр ҙә, баҡһаң, ул әлегәсә медицина учреждениеһынан сыҡмаған, ҡулға алынғандан бирле психиатрия клиникаһында дауаланыу үтә. Табиптар бер нәмә лә күҙалламай һәм ҡасан сығырын белмәй, тип яҙа портал хәбәрселәре. Был мәғлүмәтте төбәк прокуратураһында ла раҫлағандар.
Зыян күргәндәр иһә күптән һауыҡҡан, ҡәҙимге тормош менән йәшәй, ә яраланған уҡытыусы шул мәктәптә эшләүен дауам итә.
Фото: anna-news.infо
Автор: Гүзәлиә Балтабаева

Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!