Кисә республикала ҡурҡыныс авария теркәлде.
Мәсетле районында кешеләр тейәлгән ат арбаһына сит ил машинаһы барып бәрелә. 53 йәшлек ир идара иткән "Тойота" ҙур тиҙлек менән килгән була. Был мәл видеоға эләгә. Күрәһең, водитель аттың һулға боролғанын аңғармай ҡала.
Хәбәр ителеүенсә, гармунға ҡушылып күңелле йырлаған милли кейемдәге кешеләр шишмә буйына милли байрамға китеп барған. Арбала башлыса өлкән йәштәге апай-ағайҙар ултырған. Ҡот осҡос бәрелештән биш кеше ауыр йәрәхәттәр алған. 65 йәштәге ҡатындың аяғы өҙөлгән. Бер кешенең хәле үтә ауыр, тиҙәр.
Ауыр хәлдәге атты иһә сараһыҙҙан үлтерергә мәжбүр булғандар...
Әлеге ваҡытта был хәл буйынса тикшереү эштәре бара.
Оҙаҡламай республикала һабантуйҙар, башҡа милли байрамдар башлана. Юлдағыларға айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Матур байрамдың йәме китмәһен ине.
Фото: ЮХХДИ, видео: "Бәйләнештә"ге "БашДТП" төркөмө.