Даирә
+13 °С
Ясно
Төрлөһөнән
28 Мая 2021, 04:38

Йырсы Илһөйә Бәҙретдинова төрмәлә ултырып сыҡҡан

Йырсы Илһөйә Бәҙретдинованың йәш ваҡытында бик сая, үткер ҡыҙ булыуын беләбеҙ инде. Был хаҡта ул үҙе лә йәшермәй. «Улым Нариманды ҡаршыма ултыртып, тәртипле бул, урлама, ялғанлама, матур ғына йөрө, тәртип боҙма, тип әйтәм дә, һуңынан уйлап ҡуям: минең йәш ваҡытта ниҙәр эшләп йөрөгәнде белмәһә генә ярар ине был бала», – ти Илһөйә. Шунан һуң үҙенән-үҙе һорау тыуа: ни эшләп йөрөнө икән һуң ул йәш саҡтарында? Уның бер ваҡыт урмандан шыршы урлап ҡайтканын ишеткән бар ине. Үҙе һөйләгән ине ул был ваҡиғаны. Ә бына... төрмәлә үк ултырып сыҡҡанын??? Моғайын, был хәбәрҙе уҡығас, күптәрҙә шок булыр. 15–16 йәштәрендә Илһөйә Бәҙретдинованы Яңы йылда гел Ҡарһылыу итеп ҡуя торған булғандар. Ул йылды ла уны Ҡарһылыу итеп кейендереп, ҡала шыршыһын асырға алып барғандар. Илһөйә Бәҙретдинова шиғыр һөйләй башлауға, шыршылағы уттар ҡабынып, балҡып янарға тейеш булған. Барыһы да нәҡ шулай, уйланылғанса килеп сыҡҡан. Илһөйә шиғырҙың беренсе куплетын һөйләй башлауға, шыршыға аҫылған төрлө төҫлө йоҙроҡ тиклем лампочкалар ҡабынып та киткән. Ҡыҙыл, һары, зәңгәр, йәшел төҫтәргә буялған ул «Ильич лампаларын» күптәр хәтерләйҙер.Уттар яна, барыһы ла шатлана, ә Илһөйәнең эсендә асыу ҡайнай. Ауылдағы шыршыны биҙәргә серпантин да булмағанда, ҡала шыршыһына йоҙроҡ ҡәҙәре лампочкалар элгәндәр, тип уйлай ул «Ҡарағыҙ, ҡара! Ҡарап ҡалығыҙ! Төндә бөтә лампчокаларығыҙҙы урлап ҡайтып китәм», – ти ул эсенән генә. Һәм... ысынлап та, шул уҡ төндә бөтә лампочкаларҙы урлап ҡайтып китә. ...Икенсе көндө ҡараҡты ҡулға алырға тип ауылға милиция «буханка»һы килеп төшә. Илһөйәне ике дуҫ ҡыҙы менән шул машинаға тейәп, милиция бүлегенә алып та китәләр, биш иҫерек янына «обезьянникка» ябып та ҡуялар. Ҡыҙҙар шунда төн ҡуна. Иртән милиционерҙар кереп ҡараһа, биш иҫеректең тә, дуҫ кыҙҙарының да көлдөрөп эстәрен ҡатырып бөтөргән буласаҡ йырсы. Ҡыҙҙарҙы һорау алырға саҡыралар. «Алдыңмы?» – тиҙәр. «Алдым!» – ти ялғанларга өйрәнмәгән Илһөйә. «Ҡайтар!» – тиҙәр. «Ҡайтарам, – ти Илһөйә, – тик һеҙ беҙҙе тәүҙә теге «буханка»ғыҙ менән ауылға ҡайтарып ҡуйығыз, әсәйҙәр борсолалыр. Лампочкалар бит ауылда». Ауыл шыршыһын биҙәйбеҙ тип алған икән ҡыҙҙар ул лампочкаларҙы. Машинаға тейәлеп, ҡабат ауылға ҡайтһалар... Илһөйә дуҫ ҡыҙҙары менән төрмәлә ултырғанда, теге лампочкаларҙы тағы кемдер урлап алып киткән...Ана шулай итеп, йырсының тормош тәҗрибәһенә бер кис төрмәлә ҡуныу «бәхете» лә өҫтәлә.

Йырсы Илһөйә Бәҙретдинованың йәш ваҡытында бик сая, үткер ҡыҙ булыуын беләбеҙ инде. Был хаҡта ул үҙе лә йәшермәй. «Улым Нариманды ҡаршыма ултыртып, тәртипле бул, урлама, ялғанлама, матур ғына йөрө, тәртип боҙма, тип әйтәм дә, һуңынан уйлап ҡуям: минең йәш ваҡытта ниҙәр эшләп йөрөгәнде белмәһә генә ярар ине был бала», – ти Илһөйә. Шунан һуң үҙенән-үҙе һорау тыуа: ни эшләп йөрөнө икән һуң ул йәш саҡтарында?
Уның бер ваҡыт урмандан шыршы урлап ҡайтканын ишеткән бар ине. Үҙе һөйләгән ине ул был ваҡиғаны. Ә бына... төрмәлә үк ултырып сыҡҡанын??? Моғайын, был хәбәрҙе уҡығас, күптәрҙә шок булыр.
15–16 йәштәрендә Илһөйә Бәҙретдинованы Яңы йылда гел Ҡарһылыу итеп ҡуя торған булғандар. Ул йылды ла уны Ҡарһылыу итеп кейендереп, ҡала шыршыһын асырға алып барғандар. Илһөйә Бәҙретдинова шиғыр һөйләй башлауға, шыршылағы уттар ҡабынып, балҡып янарға тейеш булған. Барыһы да нәҡ шулай, уйланылғанса килеп сыҡҡан. Илһөйә шиғырҙың беренсе куплетын һөйләй башлауға, шыршыға аҫылған төрлө төҫлө йоҙроҡ тиклем лампочкалар ҡабынып та киткән. Ҡыҙыл, һары, зәңгәр, йәшел төҫтәргә буялған ул «Ильич лампаларын» күптәр хәтерләйҙер.
Уттар яна, барыһы ла шатлана, ә Илһөйәнең эсендә асыу ҡайнай. Ауылдағы шыршыны биҙәргә серпантин да булмағанда, ҡала шыршыһына йоҙроҡ ҡәҙәре лампочкалар элгәндәр, тип уйлай ул «Ҡарағыҙ, ҡара! Ҡарап ҡалығыҙ! Төндә бөтә лампчокаларығыҙҙы урлап ҡайтып китәм», – ти ул эсенән генә. Һәм... ысынлап та, шул уҡ төндә бөтә лампочкаларҙы урлап ҡайтып китә.
...Икенсе көндө ҡараҡты ҡулға алырға тип ауылға милиция «буханка»һы килеп төшә. Илһөйәне ике дуҫ ҡыҙы менән шул машинаға тейәп, милиция бүлегенә алып та китәләр, биш иҫерек янына «обезьянникка» ябып та ҡуялар. Ҡыҙҙар шунда төн ҡуна. Иртән милиционерҙар кереп ҡараһа, биш иҫеректең тә, дуҫ кыҙҙарының да көлдөрөп эстәрен ҡатырып бөтөргән буласаҡ йырсы.
Ҡыҙҙарҙы һорау алырға саҡыралар. «Алдыңмы?» – тиҙәр. «Алдым!» – ти ялғанларга өйрәнмәгән Илһөйә. «Ҡайтар!» – тиҙәр. «Ҡайтарам, – ти Илһөйә, – тик һеҙ беҙҙе тәүҙә теге «буханка»ғыҙ менән ауылға ҡайтарып ҡуйығыз, әсәйҙәр борсолалыр. Лампочкалар бит ауылда». Ауыл шыршыһын биҙәйбеҙ тип алған икән ҡыҙҙар ул лампочкаларҙы. Машинаға тейәлеп, ҡабат ауылға ҡайтһалар... Илһөйә дуҫ ҡыҙҙары менән төрмәлә ултырғанда, теге лампочкаларҙы тағы кемдер урлап алып киткән...
Ана шулай итеп, йырсының тормош тәҗрибәһенә бер кис төрмәлә ҡуныу «бәхете» лә өҫтәлә.
Читайте нас