Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Май 2021, 11:05

"Кейәүгә сыҡҡас, шулай булыр инде..."

Гөлназ Асаева ҡыуаныслы яңылыҡтары менән уртаҡлашты. Әммә күптәрҙең иғтибарын йырсылағы бөтөнләй башҡа үҙгәреш йәлеп итте...Тулы текст сайтта:

“Вилданға бигерәк күҙ тейә, шуға уның битен ҡапларға булдым” - ошо фото менән бирелгән пост шундай һүҙҙәр менән башланып китә.
Таныуығыҙса, һүҙ популяр йырсы Гөлназ Асаева менән уның ире Вилдан тураһында. Улар былтыр йәй никахлашып, бергә йәшәй башлағайны.
“Хәлдәрегеҙ нисек? Беҙ Санкт-Петербургҡа әҙерләнеп йөрөйбөҙ, бик ҙур байрам буласаҡ.... Дөйөм алғанда, яңылыҡтарыбыҙ бик күп. Фатир алып йөрөйбөҙ, әле икебеҙгә лә оҡшаған варианттар юҡ. Бер ай һайланабыҙ, тиҙ арала үҙебеҙгә насип булғаны килеп сығыр тип өмөтләнәбеҙ”, – тип ҡыуаныслы яңылыҡтары менән уртаҡлашты йырсы Инстаграмда.
Әммә уның яҙылыусылары икенсе нәмәгә иғтибар иткән. Барыһы ла Гөлназды ауырлы булыуы менән ҡотлай. Ғөмүмән, был туралағы хәбәрҙәр тәүге тапҡыр сыҡмай. Ошоға тиклем Өфөлә “Яңы моң” проектында төшкән бер фотоһында ла күптәр Гөлназдың эсенең йомроланып китеүенә иғтибар иткәйне.
“Кейәүгә сыҡҡас, ауырлы булыр инде, бер ҙә ғәжәп түгел. Бик яҡшы”, тип яҙа комментарийҙарҙа уның дуҫтары. Ысынлап та, йәш ғаиләлә сабый тыуыуы - бик матур ваҡиға. Әгәр был ысынлап та шулай икән, йәштәргә бәхет, һаулыҡ теләйек.
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Key-g-si-as-shulay-bulir-inde-807114/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: