“Ирегеҙ өсөн сәскә булығыҙ”
Психолог, димсе, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән “Аиша” журналының баш мөхәррире Гөлбикә Хәйрелваринаны мин “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһе аша ғына белә инем. Бәхеткә, республика кимәлендә уҙғарылған сараларҙың береһендә һылыу, егәрле, заман менән бергә атлаған гүзәл зат менән яҡынданыраҡ танышырға насип булды. Ул был осрашыуҙа ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләләге, йәмғиәттәге роле, уның тәғәйенләнеше тураһында шундай матур итеп һөйләне, хатта хайран ҡалып тыңлап ултырҙым сығыш яһаусыны. Гөлбикә ханымдың шәхси тәжрибәһенә, үҙе кисергәндәргә нигеҙләнеп йөрәген һыҙып сыҡҡан, дини ғилем, күңел һәм аң бизмәндәрендә үлсәнгән аҡыллы фекерҙәрен “Даирә” уҡыусылары менән дә бүлешеү маҡсаты менән уның менән тағы бер осраштыҡ. Әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Гөлбикә ханым, ғаиләлә ир-егет баш, ә ҡатын-ҡыҙ муйын ролен үтәй, тиҙәр. Нимә эшләргә тейеш һуң “муйын”? Ғаилә бәхете ҡатын-ҡыҙға ниндәй кимәлдә бәйле? Ғаилә бәхетенең гүзәл затҡа ныҡ, хатта 90 процентҡа бәйле, тип һанайым мин. Бәрәкәтле тормоштоң иң ябай сере – ҡатындың иргә хеҙмәт итеүендә, уға илһам, дәрт бирә белеүендә. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе пакландырырға өйрәнеүҙән күп нимә тора. Теге йәки был әйберҙе йыуып, керҙән таҙартып, ағарта беләбеҙ ҙәһә, үҙең һәм хәләл йәрең араһындағы мөнәсәбәтте лә аҡтан-аҡ, сафтан-саф итеүгә өлгәшеү мөһим. Бәхет, яҡтылыҡ, нур бөркөлһөн унан. Ҡатын-ҡыҙҙың йомшаҡлығы һәм наҙлылығы – ул уның көсһөҙлөгө түгел, ә киреһенсә, ҡөҙрәте. Әгәр ҡатын-ҡыҙ иренә ышана, уны ҡәҙерләй, баһалай икән, ирҙең үҙ-үҙенә ышанысы арта, ул яңынан-яңы уңыштарға ынтыласаҡ. “Ока” һәм “Мерседес” машиналары бер-береһенән нимә менән айырыла? Дөрөҫ, ҡеүәте менән. Тик “Мерседес” бензинды ла ете тапҡырға күберәк ашай. Шуның кеүек, ир-егет тә уңышлы, аҡсаны һәйбәт эшләһен, һәйбәт ғаилә башлығы булһын тиһәк, уға энергия бирә беләйек. Беҙҙең уға ҡарата булған мөнәсәбәтебеҙ – уның өсөн яғыулыҡ. Гүзәл заттың бөйөклөгө - ире өсөн йыуаныс була, уға мөхәббәт, матурлыҡ бирә белеүендә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Тышҡы матурлыҡты ғына күҙ уңында тотолмайҙыр бит? - Юҡ, әлбиттә. Тәү сиратта әхлаҡи матурлыҡ менән туҡландырыу мөһим ирҙе. Күңеле яҡты булған ҡатын-ҡыҙ ғына һоҡландырғыс гүзәллеккә эйә. Тормошобоҙ бәрәкәтле, нурлы булһын, тип теләһәк, һәр аҙымыбыҙ изгелек, ҡыуаныс менән һуғарылған булырға тейеш. Һәр ҡыҙ матурлыҡ, хәстәрлек, инсафлыҡ кеүек сифаттарҙы үҫтерергә тейеш үҙендә.
Йорттағы мөхит хужабикәнең кәйефенә ныҡ бәйле. Ҡатын-ҡыҙ асыулы, ярһыулы булған осраҡта тирә-йүндә хакимлыҡ иткән бөхтәлек, тәмле бәлеш еҫтәренең таралыуы ла өйҙә ҡот, йәм тыуҙырмаясаҡ. Ир-егет өсөн сәскә кеүек булырға кәрәк. “Кактус”, йәки сүп үләне булмаҫ өсөн иһә үҙеңде ҡарау зарур! Шунан, хәләл ефет тураһында һәр ваҡыт яҡшы уйҙар уйлау мөһим. “Их, ниңә Вәлигә, йәки Ғәлигә кейәүгә сыҡманым икән? Бәлки, бәхетлерәк булыр инем...” – тигән уйҙар бөтөнләй булырға тейеш түгел. Был хыянатҡа тиң.
- Тимәк, һеҙҙеңсә, һөйгән йәреңдең етешһеҙлектәренә күҙ йоморға кәрәк?
- Ә кемдең етешһеҙлеге юҡ был донъяла? Һәр кеше ниндәйҙер ыңғай, ниндәйҙер кире сифаттарға эйә. “Минең ирем – иң яҡшыһы!” тип уйларға кәрәк, шул ваҡытта ул, һис шикһеҙ, тағы ла хәстәрлеклерәк, тағы ла егәрлерәк буласаҡ.
Йылдар үтеү менән мөхәббәт хисе һүнә тиҙәр... Мөхәббәт – ул хистәр ташҡыны түгел, ә яҡын кешеңдең шатлығын да, ауыр саҡтарын да уртаҡлашырға ашҡыныу, кәрәк саҡта уның ҡайһы бер етешһеҙлектәренә түҙеү, уға ауыр булғанда, ярҙам ҡулын һуҙыу һәм рәхмәтле булыу. Яңы өйләнешкән парҙарҙың хатаһы шунда - йәштәр бирергә, хәстәрлек күрһәтергә түгел, ә алырға, әҙергә генә риза булырға өйрәнгән, сөнки ата-әсәһе мәктәптә уҡығанда баланы тулыһынса хәстәрләй, бар нимәнән, ауырлыҡтарҙан ҡурсалай, һуңынан үҙҙәре теләгән уҡыу йортона инергә ярҙам итә, бар нимәгә аҡса бирә, тик эшләргә, донъя көтөргә генә өйрәтмәй. Бала “файҙаланыусы” булып, әҙерҙе генә ҡулланып үҫә. Һуңынан, өйләнешкәс, ике йәш йөрәк тә бер-береһенән күпте өмөт итә, мөнәсәбәттәрҙе, тормошто үҙҙәре теләгәнсә генә ҡорорға, бер-береһенең холҡон үҙгәртергә тырыша, юл ҡуйыуҙы кәрәк тип тапмай. Шунан инде аралағы хистәр әкренләп нәфрәткә әүерелә. Кейәүгә сыҡтым да, шунда уҡ барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип уйлайбыҙ шул беҙ. Тик ҡайһы берҙә көтә белергә лә кәрәк, сөнки ғаилә - ул бизнес кеүек, уға үҙеңде бағышлаһаң ғына һөҙөмтәһе күренәсәк. Ир менән идара итергә маташыу – ғаиләләге мөхитте боҙоуға аҙым ул. Көслө заттар үҙҙәре менән идара итеүҙе яратмай. Ғаилә дилбегәһен улар ҡулында булырға тейеш, тик уға йүнәлеш, дәрт биреү – беҙҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың өҫтөндә. Иң мөһиме, ирегеҙҙе нисек бар, шулай яратығыҙ һәм уның ыңғай сифатарына күберәк иғибар бирегеҙ, шунда ғаиләгеҙҙең бәхет кеҫәһе һәр ваҡыт тулы булыр! Гөлбикә ханым, йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Эльнара АБАКАЧЕВА әңгәмәләште.