Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Май 2021, 16:26

ҠӨРЬӘН АШТАРЫ ӘҘӘПТӘРЕ

Хәҙерге ваҡытта Ҡөрьән ашы тураһында бик күп һорау ишетергә тура килә.Иң беренсе динде ихтирам итеү. Кеше саҡыраһығыҙ икән, үҙегеҙ өлгө булырға тейеш.

Бында иң әүәл, дөрөҫ кейенеү. Икенсеһе - хәләл ризыҡтар, өсөнсө - мәжлестә кәрәкһеҙ темаға һөйләшеү булырға тейеш түгел. Иң тәүҙә һүҙҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫ кейенеүҙән башларға кәрәктер. Ә вәғәзде дөрөҫ аңларлыҡ итеп, үпкәләшеүҙәр булмаҫлыҡ итеп һөйләргә кәрәк.

Тағы ла бер сетерекле мәсьәлә: һине кеше ихтирам итеп, шундай оло ашҡа, Ҡөрьән ашына саҡыралар икән, ниңә әле унда түш, ҡулдар күренеп торған, ҡыҫҡа итәкле кейем кейеп барырға?!.
Доғалар ҡасан тиҙерәк ҡабул була? Әлбиттә, фәрештәләр беҙҙең менән бергә доға ҡылғанда. Ә инде дөрөҫ кейенмәгән ҡатын-ҡыҙ булған ергә фәрештәләр кермәй, ояла.

Өйгә аят уҡытҡанда аҙан әйтелергә тейеш! Аҙан яңғыраған ерҙән яман көстәр һәм шайтан ҡаса.

Динде ихтирам иткән, шулай уҡ күңелеңде үҙ иткән олораҡ кешеләрҙе, ҡыуанысыңды уртаҡлашыр өсөн туғандарыңды саҡырыу дөрөҫ була. Ҡөрьән уҡылған өйҙә шулай уҡ фотолар тормаҫҡа тейеш. Аш-һыуҙы саманан тыш күп әҙерләү ҙә исрафҡа керә. Тимәк, гонаһ!!!

Хәйер өләшеү тураһында: хәйерҙе тик саҡырған кеше генә таратыу хуплана! Хәйерҙе бар кеше лә таратыу модаға инеп китте, был беренсенән, монафиҡлыҡ, икенсенән ваҡытты күп ала, өсөнсөнән, сығымдар сығарып/расходланып әҙерләнгән хужабикәгә ҡушылып, сауаптарын бүлешеү булмаймы ни? Уйлап ҡарағыҙ.

Күстәнәс алыу мотлаҡ түгел. Муллаға айырым күберәк биреү ҙә нисектер килешмәгән ғәмәл. Мәсет исеменә бирелә ул. Ә аҡ таҫтамал өҫтәлгә Ҡөрьән китабын һалыу өсөн ҡуйыла. Ирҙәргә түбәтәй кейеү һәйбәт. Тик ул булмаһа урамда кейеп йөрөгән башлыҡта йәки фуражкала ултырыу кәрәк эш түгел. Шуға күрә лә өйөгөҙҙә артыҡ түбәтәй тотоу ҡамасауламаҫ.

Тоҙ ялатыу - ысынлап та бар. Мөхәммәт ( с.ғ.с) аш алдынан һәм ашап бөткәс тоҙ яларға кәрәк тип әйтеп ҡалдырған. Ә инде хәйер өләшһәләр (аҡсалата), шунда уҡ ҡулдарҙы йыуырға кәрәк тип уйлайым. Аҡсала зарарлы микробтар, вирустар күп. Өҫтәлдең ике яғына ла бер башы еүешләтелгән таҫтамал биреп, ҡулдарын һөрттөрөү хуп күрелә.

Ҡөрьән табынына ҡош ите ҡуйыу дөрөҫ түгел тигән фекерҙәр ишетелде.
Ә мин ҡош ите тураһында ундай фекерҙе ишеткәнем юҡ әлегәсә. Элек- электән ҡаҙ, өйрәк иттәреннән хәләл ризыҡлы табын әҙерләнеләр.

Доға ҡылыу оҙаҡ булмаһын. Ҡайһы бер хәҙрәттәр оҙаҡ итеп доға ҡылдыра. Был да артыҡ тырышыу тип әйтке килә. Диндә ауырлыҡтар булдырмайыҡ.


Әҙерәк #туй тураһында ла яҙып үтке килә.

"Әсе!" (Горько!) тип аҡырышып ултырыу - бер оят, өҫтәлгә шул әсе эсемлекте ултыртып туй үткәреү - мең гонаһ. Яңы ғына яралған йәш ғаилә - ул сабый һымаҡ. Ҡурсыуға, һаҡлауға, кәрәк саҡта ата- әсәһенең ситтән күҙәтеүенә лә, әпәүләп ебәреүгә лә мохтаж.

Ике йәш баланың башланып ҡына торған уртаҡ байрамдарын харам менән атҡармайыҡ. Уларҙың юлында былай ҙа һынауҙар кәртә булырға әҙер генә тора бит. Харамды хәләл иҫәбенә индереп үҙебеҙгә гонаһ йыймайыҡ!

Рәис Байғужин яҙмаларынан.
#Башҡортостан #Башҡорттар #Башкиры #Өфө#ҠөрьәнАштарыӘҙәптәре
Читайте нас: