Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Май 2021, 09:38

Ибраһимдар “Даирә”гә яҙылған, ә һеҙ яҙылдығыҙмы әле?

Яҙ-йәй бик мәшәҡәтле осор булыуға ҡарамаҫтан, гәзиттән айырылырға теләмәгән тоғро дуҫтарыбыҙ, ә беҙ уға әллә ҡасан яҙылдыҡ инде, тип торалар.

Ибраһим ауылының уңған апай-ағайҙары ла гәзиттән башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәйбеҙ, тиҙәр. Эйе, бигерәк мәшәҡәтле осор шул: орлоғон, помидор, кәбеҫтә, борос үҫентеләрен, себеш-бәпкә лә алырға кәрәк. Бер пенсияны ҡайҙа еткермәк кәрәк?!
Ләкин, рухи аҙыҡһыҙ ҙа йәшәп булмай бит. Үҙ телебеҙҙә сыҡҡан баҫманы алдырырға һәм уҡырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас: