Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Май 2021, 21:48
Өҫтәренә ер убылып төшкән...
Траншея ҡаҙып йөрөгән ике эшсе бәләгә тарыған.
18 майҙа көндөҙ траншея ҡаҙып йөрөгән ике эшсе бәләгә тарыған - уларҙы ер баҫҡан. Шуныһы ғәжәп: бер сәғәткә яҡын ярҙам һорап ҡысҡырһалар ҙа, ҡыбырлай ҙа алмай тороусыларҙың хәленә инеүсе табылмай.
Кешеләрҙең барыһы ла битараф түгел икән шулай ҙа: байтаҡ ваҡыттан һуң ғына уларҙы күргән үтеп барыусылар ҡотҡарыусыларға шылтырата. Өфөнөң Ташкент урамындағы торбаны алмаштырғанда ҡазаға тарыусыларға ҡотҡарыу бригадаһы менән бергә "Ашығыс ярҙам" машинаһы ла килеп етә.
Ярҙамға килеп етеүселәр соҡорҙағыларҙың үҙаллы сыға алмауын күрә, сөнки береһе тубығына тиклем, икенсеһе биленә тиклем тупраҡ менән баҫылған була.
Эшселәрҙе был тотҡонлоҡтан сығарыу өсөн ҡотҡарыусыларға көрәк менән эш итергә тура килә. Ирҙәрҙе ипләп кенә өҫкә сығарғас, медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшыралар. Бәхеткә күрә, эшселәрҙең физик һаулығына зыян килмәгән, ә ҡурҡыу менән генә сикләнгәндәр.
Фото: Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы.
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/t-ren-er-ubilip-t-shk-n-798929/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла