12 майҙа полицияға ирен юғалтҡан ҡатын мөрәжәғәт итә. Ул йорттары ихатаһында иренең сиселмәле тештәрен һәм ҡан эҙҙәре таба. Был хәл Ғафури районында була.
Урынға килгән полиция хеҙмәткәрҙәре, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә янып көлгә ҡалған “Нива” машинаһын таба. Салонында билдәһеҙ ирҙең кәүҙәһе лә табыла. Эксперттар тикшереү барышында уның юғалған 56 йәшлек Ғафури районы кешеһе булыуын асыҡлай.
Күп тә үтмәй, үлтереүсе лә табыла. Ул ирҙең 34 йәшлек ауылдашы булып сыға.
Асыҡланыуынса, фажиғәнән бер көн алда улар икәүләшеп үлтерелгән ирҙең ихатаһында алкоголле эсемлектәр эсә. Бер мәлдә араларында низағ сығып, һуғыша башлайҙар. 34 йәшлек ир иптәшен ныҡ итеп туҡмай ҙа машинаға тейәп сығып китә. Ул Стәрлетамаҡ районына барырға була, тик юлда шешәләшенең үлгәнен күреп ҡала. Бынан һуң машинаһына идараны юғалтып, ағасҡа барып бәрелә. Водитель ҡурҡышынан “Нива”ға ут төртә. Бының менән ул әшнәһенең туҡмалғанға түгел, ә бәхетһеҙ осраҡ сәбәбпле үлеүен дәлилләргә тырыша. Әйткәндәй, бының алдынан машина эсенән магнитоланы ала, уны һатырға итә.
Әле үлтереүсегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү дауам итә.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/lterg-nen-y-sherer-s-n-798607/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500