Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Май 2021, 15:35

Эльза бер йәшлек улын эҙләй

Нефтекама ҡалаһынан Эльза В. өс айҙан ашыу бер йәшлек улы менән күрешә алмай. Дөрөҫөрәге: ҡатын уның ҡайҙа икәнлеген аныҡ ҡына белмәй.

Нефтекама ҡалаһынан Эльза В. өс айҙан ашыу бер йәшлек улы менән күрешә алмай. Дөрөҫөрәге: ҡатын уның ҡайҙа икәнлеген аныҡ ҡына белмәй.
Ире менән айырылышырға теләүен әйткәс, быға тиклем дә мөнәсәбәттәре яҡшы булмаған пар араһында ғауға сыға һәм Дмитрий К. балаһын алып сығып китә.
Суд баланың әсә менән ҡалырға тейешлеге хаҡында ҡарар сығара, әммә бөгөнгәсә Дмитрийҙың һәм бәләкәс Лёваның ҡайҙа булыуы Эльзаға ла, суд приставтарына ла билдәһеҙ.
“Өс ай инде баламды күргәнем юҡ, уның ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа йәшәүен бер кем дә белә алмай”, - тип ҡайғыра йәш әсә.
“КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ғаилә бик талашлы йәшәгән, ир кеше ҡатынына йыш ҡул күтәргән.
Сығанаҡтар: ufa.kp.ru һәм “Моя Уфа | Новости”
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Elza-ber-y-shlek-ulin-e-l-y-798966/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: