Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Май 2021, 10:42

Помидор ултыртыусыларға кәңәштәр

Тиҙҙән баҡсасылар помидор ултыртыу менән мәш килә башлаясаҡ. Улар менән ҡайһы бер серҙәрен уртаҡлашбыҙ.

Помидорҙы баҡсаның иң ҡояшлы, юғарыраҡ урынына ултыртығыҙ.
Улар артыҡ дымлы урынды ла яратмай. Күләгәле ерҙә үҫкәндәренең дә уңышы түбән була. Бәрәңге үҫкән ерҙән йырағыраҡ ултыртырға тырышығыҙ, сөнки бәрәңге фитофтороз менән беренсерәк ауырый башлай, ул помидорға ла күсергә мөмкин. Төнгө температура 15 градус йылы булһа, 10-12 см тәрәнлектәге тупраҡ 12 градустан кәм булмаһа, 50 көнлөк үҫентене лә асык грунтҡа күсереп ултыртып була. Помидорҙы алдағы йылда һуған, ҡыяр, ҡуҙаҡлы культуралар үҫкән урынға ултыртығыҙ.
Ғөмүмән, үҫентеләрҙе ултыртҡанда, күршеһендә йәиһә уға тиклем нимә үҫеүенә иғтибар итегеҙ. Ҡарбуз бәрәңгегә яҡшы компаньон.
Кукуруз менән борсаҡ ҡарбуҙға тиҙерәк үҫергә булыша.
Борсаҡ, һуған менән гладиолустан ҡала, башҡа культура менән дә дуҫ була ала. Уның күләгәһендә ҡыяр менән баклажан да яҡшы үҫә.
Ҡауынды бәрәңге һәм ҡыяр янына утыртмағыҙ.
Кәбеҫтә бәрәңге менән яраша белә.
Ҡайһы бер баҡсасылар бәрәңге ултыртҡан ваҡытта соҡорға борсаҡ йәиһә фасоль һала, улар, имештер, колорадо ҡуңыҙын ҡурҡыта.
Читайте нас: