Атап әйткәндә, ундай яңылыҡ Сипайлово биҫтәһендәге 29-сы, 130-сы мәктәптәҙән, 47-се гимназиянан килде.
Уҡыусылар төрлө сығанаҡтарҙа күрше мәктәптәргә йүнәлгәндәрен, ундағы спорт залдарында урынлашыуҙарын, ә мәғариф учреждениелары эргәһендә “Ашығыс ярҙам” машиналары, башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәре, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре күпләп йыйылыуын хәбәр итте. Ә бәғзе ата-әсәләр беренсе класс уҡыусыларын өйгә алып ҡайтыуҙарын, класс чаттарында борсолоулы хәбәрҙәр күбәйеүен белдерҙе.
“Балам телефондан борсоулы хәбәр ебәргәс, ҡотом осто, эште ташлап, мәктәпкә йүнәлдем. Ул арала класс етәксеһе лә, уҡыусыларҙы күрше балалар баҡсаһына индерҙек, килеп алырға кәрәкмәй, тип хәбәр итте. Әммә күңел тыныс түгел”, - белдерҙе бер әсә был хаҡта.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай ҡабалан эвакуацияның сәбәбе бар: полицияға мәктәптәргә хәүефле әйбер һалынған, тигән хәбәр еткерелгән. Шуға күрә быны асыҡлау өсөн тикшереү ойошторолған, әммә шикле әйбер табылмаған.
Әлеге ваҡытта ялған шылтыратыуҙың эйәһе асыҡлана, ул закон алдында яуап бирәсәк.
Фото: ufatime.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.