Даирә
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Май 2021, 09:13
Кәтмән менән туҡмаған...
Фажиғә урынынан ҡасҡан ирҙе йылға буйында эт менән эҙләп табалар.
Стәрлебаш районында 46 йәшлек малсының үҙе менән бергә йәшәгән ҡатынды, кемдәндер көнләшеп, кәтмән менән туҡмап үлтереүе халыҡты шаҡ ҡатырҙы. 33 йәшлек һауынсының кәүҙәһе райондың Һарайҫа ауылы фермаһында табылған. Тәфтишселәр фажиғә буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Ир тәүҙә ҡатынды йоҙроҡтары, аҙаҡ кәтмән менән башына һуғып туҡмай. Шунан бер ни булмағандай йоҡларға ята. Уянғас, ҡатындың йән биргәнен күрә.
Ир ҡан эҙҙәрен йыуып маташа, аҙаҡ енәйәт урынынан ҡаса. Тәфтишселәрҙең өйрәтелгән эте уны йылға буйында эҙләп таба.
Әле суд экспертизалары үткәрелә, шаһиттарҙан һорау алына, фажиғәнең сәбәптәре тикшерелә. Шик аҫтына алынған ир быға тиклем дә хөкөм ителгән булған.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/K-tm-n-men-n-tu-ma-an-793238/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?