Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Май 2021, 13:58

Ни өсөн бисквит күпермәй? (+рецепт)

Блогер Рафилә Шәмсетдиновадан бисквит бешереү серҙәре. 1. Ондо тейешенән артыҡ һалмағыҙ, хатта әҙерәк һалһағыҙ ҙа була әле, ҡамыр йомшағыраҡ буласаҡ. Ҡалған кәңәштәр менән һыланма аша инеп танышығыҙ

2. Йомортҡаны ағын-һарыһын айырып, шәкәр менән күперткәндән һуң, ондо әҙ-әҙләп һәм иләк аша иләй-иләй генә өҫтәү кәрәк. Бер үк ваҡытта аҫтан өҫкә (!) таба әкрен генә массаны болғатырға кәрәк, фәҡәт аҫтан өҫкә табан. Ҡыҙыуыраҡ болғаттыңмы, бисквит төшә лә китә, бик көйһөҙ ул...
3. Барыбе күпермәй тип шикләнәһегеҙ икән, разрыхлителдең күләмен арттыра алаһығыҙ.
4. Берәү һорай, разрыхлитель һәм ванилинды нимә менән алыштырып була тип... Бер нимә менән дә булмай... Ванилин һалмаһағыҙ ҙа була, ул тәм өсөн генә яуап бирә, ә разрыхлителде содаға алмаштырырға мин кәңәш итмәйем...
5. Табаға пергамент ҡағыҙ йәйергә кәрәк, уны мин майламайым.
6. Бисквитты бешерә башлағансы, мейесте яҡшылап йылытығыҙ. 200 градуста 5 минут самаһы тотам. Бешергәндә газ мейесенең ишеген асмағыҙ.
7. Бисквитты бер көн алда пешереп, пакетка салып һыуытҡыста тотһағыз, ул тағы ла тәмлеләнә.

Торт өсөн бисквит ҡамыры рецепты:
4 йомортҡа
ярты стакан шәкәр ҡомо
бер стакан он
ҡалаҡ осо менән генә ванилин
ярты бал ҡалағы ҡамыр күперткес (разрыхлитель).

Йомортҡаларҙың һарыһын ағынан айырабыҙ. Ағын башта әкрен, һуңынан ҡыҙыуыраҡ режимда күпертәбеҙ. Яҡшылап күперткәс, ҡалаҡлап ҡына шәкәр ҡомо һәм әҙ генә ванилин һалабыҙ. Һуңынан һарыларҙы болғатып, уларын да ҡалаҡлап ҡына болҡатып торған килеш йомортҡа ағына ҡушабыҙ. Ондо ике тапҡырҙан да кәмерәк иләмәгеҙ. Күберәк иләгән һайын яҡшы. Массаға иләктән әкренләп кенә бер ҡул менән иләй-иләй он һалабыҙ. Икенсе ҡул менән аҫтан өҫкә табан әкрен генә ҡалаҡ менән болғатабыҙ. Он менән бергә ҡамыр күперткес тә өҫтәргә кәрәк.
Әҙер ҡамырҙы формаға һалырға, 30 минут самаһы 200 градуслы мейестә бешерәбеҙ.
Читайте нас: