Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Май 2021, 10:24

Етеһе лә һыуға ҡолаған...

Байрам көнөндә Ағиҙел буйына ял итергә сыҡҡан ғаилә көтөлмәгән бәләгә тарыған. Тулыраҡ

Байрам көнөндә Ағиҙел буйына ял итергә сыҡҡан ғаилә көтөлмәгән бәләгә тарый. Ваҡиға Өфөнөң Төньяҡ автовокзалына яҡын ерҙә була.
Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ғаилә өс бәләкәй балаһын алып, Ағиҙелдә кәмәлә йөрөргә сыға. Өс ир, бер ҡатын һәм өс бала ултырған кәмә был хәтлем ауырлыҡҡа сыҙамай, көтмәгәндә әйләнеп китеп түңкәрелә. Барыһы ла һыуға ҡолай.
Бәхеткә күрә, яр буйындағы кешеләр бәләгә тарығандарҙы күрә һалып, ҡотҡарыусыларҙы саҡыра. Кемдер кәмәлә уларға ярҙамға ташлана, тиҙ арала ҡотҡарыусылар ҙа килеп етә. Күмәк көс менән балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә ярға алып сығалар. Бәләгә тарығандарҙың береһен дауаханаға оҙатырға тура килә.
Йәмле йәй миҙгеле яҡынлаша. Ул күңелле үтһен, көтөлмәгән бәлә-ҡазаға юлыҡтырмаһын өсөн барыбыҙға ла ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү талап ителә. Һаҡланыу саралары, уяулыҡ бер кемгә лә ҡамасауламаҫ.
Фото: Граждандарҙы яҡлау идаралығы.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ete-e-l--iu-a-ola-an-789242/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: