Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Май 2021, 14:17

Ҡазанда - ҙур фажиғә

Гимназияла ике кеше атыш башлаған. Кәмендә туғыҙ кеше, башлыса балалар, һәләк булған...

Күрше Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда ҙур фажиғә. Бөгөн иртә менән унда ҡаланың Йәүҙәт Фәйзи урамында урынлашҡан 175-се гимназияһында билдәһеҙ кешеләр атыш ойошторған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, атышты ике кеше ойошторған. Уларҙың береһе үҫмер. Әлеге ваҡытта ул ҡулға алынған. Шулай уҡ гимназия эсендә шартлау тауышы ишетелгән. Икенсе атҡан кеше ҡулға алынмаған, ул гимназия эсендә өсөнсө ҡатта аманаттар алған һәм сығармай тиҙәр.
Төрлө сығанаҡтар белдереүенсә, бында етенән алып туғыҙға тиклем кеше һәләк булған. Үлгәндәр – башлыса мәктәп уҡыусылары. Яҡынса ун кеше йәрәхәтләнгән.
Балаларҙы мәктәптән эвакуациялайҙар. Телеграм-каналдарҙан хәбәр итеүҙәре буйынса, ҡурҡҡан балалар тәҙрәнән һикергән. Ҡайһы бер балалар һикергән саҡта һәләк булған. Урында 20-нән ашыу ашығыс ярҙам бригадалары эшләй. Прокуратура тикшереү эше башлаған. Урынға республиканың Президенты Рөстәм Миңлеханов сыҡҡан.
Mash Telegram-каналы хәбәр итеүе буйынса, ҡулға 19 йәшлек егет алынған. Ул үҙе йәшәгән урында бомба һалыныуы тураһында әйткән.
Яҙма баҫмаға әҙерләнгәнсе, икенсе атыусының да яҙмышы асыҡланды. Уны көс стурктуралары юҡҡа сығарған.
Фото: Телеграм-канал.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/antiterror/azanda--ur-fagi-790229/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: