Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Май 2021, 13:47

Ҡапыл өҙөлгән мәжлес

Бер мәл хужаларҙың берҙән-бер улы мендәр һәм юрған тотоп килеп сыҡты ла...Тулы текст сайтта:

Ҡунаҡсыллыҡ – халҡыбыҙға элек-электән хас сифат. Хатта саҡырылмаған кешене лә оло ҡунаҡ тип ҡабул иткәндәр, уға айырыуса ҡәҙер-хөрмәт күрһәткәндәр, сөнки уның Аллаһ илсеһе йәки Хызыр Илъяс булыуы ихтимал тип ҡарағандар.
Бынан байтаҡ йылдар элек бер таныштар ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ике бүлмәле ғәҙәти генә ҡала фатиры. Күптән күрешмәгәс, өс-дүрт ғаилә күңелле генә аралашып ултырҙыҡ. Бер мәл хужаларҙың берҙән-бер улы мендәр һәм юрған тотоп килеп сыҡты ла, кешеләрҙең артынан үтеп, ҡунаҡтар ултырған диванға урын һала башланы. Әлбиттә, беҙ баланың йоҡларға теләүен аңланыҡ. Күңелле генә барған мәжлес ҡапыл ғына өҙөлдө. Беҙ өҫтәл янынан тороп, йәһәт кенә хушлашып, ҡайтыу яғын ҡараныҡ. Атай менән әсәй аптырашта ҡалды.
“Улым, бөгөнгә беҙҙең йоҡо бүлмәһендә ятып торһаң да булыр ине...” - тип өндәшеүҙәренә ун йәштәр самаһындағы малай: “Үҙемдең урынымда йоҡлағым килә!” – тип ҡәтғи генә яуапланы.
Хужалар килеп тыуған хәлгә ныҡ уңайһыҙланды, ҡат-ҡат ғәфү үтенеп, оҙатып тороп ҡалды. Беҙ ҙә уңайһыҙлыҡ тойғоһо кисерҙек, күңелдә кешеләргә ҡамасаулыҡ тыуҙырыу хисе барлыҡҡа килде. Нисек уйлайһығыҙ, был хәлде булдырмау мөмкин инеме?
Фото: beach.sembagine.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/apil--lg-n-m-gles-786749/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: