Даирә
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Май 2021, 11:39
Сәйгә - тәмле эремсекле бәлеш
Бөгөн иртән-иртүк сәйгә эремсектән бәлеш, русса әйткәндә, "Королевская ватрушка" бешереп алырға булдым әле. Балаларым шул тәмлекәсте ярата, бигерәк тә кейәүем маҡтап-маҡтап ашай. Һеҙҙең менән рецебын уртаҡлашам.
Бер һауытҡа һыуытҡыстан 200 грамм һыйыр майы, 100 грамм шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ аш содаһы һалып бармаҡтар менән ыуалайым. Икенсе һауытта 200 грамм эремсек, 150 грамм шәкәр ҡомо, бер аҙ аш содаһы, ике йомортҡа һалып туғыйым.
Табаны майлап ыуалған ҡамырҙың күберәк өлөшөн һалам да, өҫтөнә эремсекте ағыҙам. Өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы тигеҙләп һалып сығам.
Шунан духовкаға 40 минутҡа оҙатам. Әҙерләп ҡарағыҙ, үкенмәҫһегеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!