Даирә
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Май 2021, 10:08

Киндерле мәмерйәһенә инеү шарттары билдәләнде

1 майҙан Киндерле мәмерйәһенә инеү өсөн айырым шарттар булдырылды. Был хаҡта БР Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы белдерҙе.

Киндерле мәмерйәһе – Көньяҡ Уралда оҙонлоғо буйынса икенсе урында торған мәмерйә. Ул Ғафури районының «Еҙем» тәбиғәт паркы биләмәһендә, Ташаҫты ауылынан биш саҡрым алыҫлыҡта Еҙем йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы Киндерле йылғаһының тамағында урынлашҡан.
1 майҙан Киндерле мәмерйәһенә инеү өсөн айырым шарттар булдырылды. Был хаҡта БР Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы белдерҙе.
Экскурсия маҡсаты менән барған туристар мәмерйәнең иң алғы 200 метр оҙонлоҡтағы өлөшөнә инә ала. Шулай уҡ экологик, фәнни-тикшеренеү эштәре алып барған төркөмдәргә лә тәбиғәт ҡомартҡыһына инергә рөхсәт ителә. Уларҙың эшмәкәрлеге БР Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы һәм Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе менән килешелгән булыуы шарт.
Мәмерйәгә ингәндә түбәндәгеләр ҡәтғи тыйыла: яҡтыртыу өсөн шәмдәр, факелдар, ацетилен яныу ҡорамалдары, карбид лампалар ҡулланыу, мәмерйәгә ингән урында һәм уның эсендә усаҡ яғыу, боҙлоҡҡа еңел кейем менән инеү, ҡысҡырып һөйләшеү, мәмерйәләге боҙ һындарҙы емереү, ҡаҙыу, үҙең менән алып сығыу һәм башҡалар.
Тәбиғәттең үҙенсәлекле урындары булған мәмерйәләрҙе һаҡлау ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проекты ҡуйған бурыстарға тулыһынса яуап бирә.
Фото: Ш. Муслухов.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас