Даирә
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Май 2021, 15:15

Аварияла ике йәшлек бала вафат булды

Кисә, 2 майҙа төн менән Башҡортостанда ҡурҡыныс авария теркәлә. Әлшәй районында, Шишмә – Ҡырғыҙ Миәкә юлының 96-сы километрында “KIA Optima” автомобиле водителе атҡа бәрелә.

Был авария тураһында ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр. 31 йәшлек Мәскәү өлкәһе кешеһе ҡараңғыла атҡа барып бәрелә. Һөҙөмтәлә, автомобиль ныҡлы зыян күрә: уның алғы өлөшө һәм ҡыйығы емерелә.
“Салонда аталары менән бергә ике йәшлек малай һәм биш йәшлек ҡыҙыҡай ултырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малайҙың йәрәхәттәре бик ауыр була һәм ул урында йән бирә. Водитель йәрәхәттәр ала, уға "ашығыс ярҙам" саҡыралар”, – тиҙәр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Водитель белдереүенсә, ат ҡапыл юлға йүгереп сыҡҡан. Авария һөҙөмтәһендә ат та һәләк булған. Әле был эш буйынса тикшереү башланған.
Кисә, 2 майҙа, республика юлдарында һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа алты кешенең ғүмере өҙөлгән, алты кеше йәрәхәттәр алған.
Әлеге ваҡытта автомобиль юлдарына йорт хайуандары ла, ҡырағай йәнлектәр ҙә сыға. Был турала күп тапҡырҙар иҫкәртелде. Шуға күрә юлда йөрөгән саҡта, айырыуса ҡараңғы ваҡытта бик һаҡ булырға кәрәк. Тиҙлекте арттырмай йөрөү зарур. Юлдарыбыҙ имен булһын.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас