Төрлөһөнән
1 Мая 2021, 09:23

Тау һалҡыны, көслө ел... һәм ошо һүҙҙәр

Тау һалҡыны, көслө ел... һәм ошо һүҙҙәр

Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.
“Эльбрус тауын яулағандан һуң ете ай үтте. Һәм мин тағы – бында. Тик хәҙер альпинист булараҡ түгел, ә тауға күтәрелеүем хаҡындағы фильм геройы булараҡ. Ул саҡта уңышым ошолай уҡ киң таралыр тип уйланыммы икән? Әлбиттә, юҡ.
Дүрт мең метрҙан ашыу бейеклектә – мин һөйгәнем менән бергә. Болоттарҙан юғарыраҡ бейеклеккә ниндәй юл үткәнемде күрһен өсөн, уны бик ныҡ алып килергә теләгәйнем.
Беләһегеҙме, Эльбрусты яҡындан күргәс, ул нимә тине? “Һин аҡылдан яҙғанһың! Быға нисек өлгәшкәнеңде белмәйем, әммә һинең менән ғорурланам!” – тине.
Ошо һүҙҙәр мине хатта таңғы сәғәт 4-тә фильмға төшөргә сыҡһам да йылыта. Ә унда – һыуыҡ, көслө ел... Әммә барыһы ла бер ни түгел, сөнки һөйгәнем эргәмдә”.
Фото: Рөстәм Нәбиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһе.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Tau-al-ini-k-sl-el---m-osho---r-782296/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас